Бөгөн Башҡортостанда «Айыҡ водитель» оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Фото:Ксения Калинина Рейдтар 24 февралгә тиклем бара. Республиканың дәүләт автоинспекцияһында белдереүҙәренсә, махсус операцияның төп бурысы – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. «Был сара барышында водителдәрҙең спиртлы эсемлектәр ҡулланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн тикшереүҙәр ойошторола. Бөтә водителдәрҙе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки бындай сәфәрҙең эҙемтәләре бик ҡыҙғаныс булыуы ихтимал», — тип билдәләне ведомство етәксеһе Владимир Севастьянов. Дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, 2024 йылда һәр дүртенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы иҫерек водителдәр ҡатнашлығында була. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-21/v-gai-bashkirii-soobschili-o-starte-spetsoperatsii-trezvyy-voditel-4131092 Автор:Дарья Субботина
«Айыҡ водитель» махсус операцияһының башлана
21 февраля 202521 фев 2025
~1 мин