Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан матур әрме йырҙары хаҡында һөйләйбеҙ. Шундай йырҙарҙың береһе — Өфө шағиры Риф Хөснөтдинов ижад иткән һалдат романсы бөтә илгә таралып, ысын халыҡ хитына әйләнде. «Алма баҡсаһы» («Яблоневый сад») тип аталған йырҙы әрмелә лә, йәйге лагерҙарҙа ла башҡаралар, социаль селтәрҙәге видеояҙмаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Йырҙа мәңгелек ҡиммәттәр — тыуған илде һаҡлау, уға тоғролоҡ һәм мөхәббәт хаҡында йырлана. Күптән түгел был йыр хатта Мәскәү өлкәһенең бер мәктәбендә яңғырай. Уҡыусыларҙың видеояҙмаһы йәнә социаль селтәрҙә тарала һәм халыҡты һоҡландыра. «Башинформ» агентлығы журналисы йыр авторы Риф Хөснөтдиновты табып, уның йырының нисек халыҡ хитына әүерелеүен асыҡланы. Баҡтиһәң, автор йырҙың илдең баш ҡалаһына барып етеүен дә белмәгән. — Был йырҙы мин 1975 йылда Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында әрмелә яҙғайным. Ул йылдарҙа унда бөтә Советтар Союзынан һалдаттар туплана ине. Иҫ киткес рухлы мөхит. Тап ошонда үҙенән-үҙе яҙылды был йыр. Беҙҙең командир, старшина, ш
Өфө шағирының әрме йыры бөтә Рәсәйгә танылды
21 февраля 202521 фев 2025
1
2 мин