Бөгөн ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттарының ант биреү, шулай уҡ республиканың «Йәш армия» отрядына уҡыусылар ҡабул итеү тантанаһы үтте. Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ! Бөгөн ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттарының ант биреү, шулай уҡ республиканың «Йәш армия» отрядына уҡыусылар ҡабул итеү тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, ветерандар ойошмаһы рәйесе Виктор Дмитриев, кадеттарҙың ата-әсәләре, туғандары һәм башҡалар ҡатнашты. Тантанала кадет класында белем алған һәр кем Рәсәй халҡына, кадет корпусы байрағына тоғролоҡ һаҡларға, үҙ бурысына етди һәм яуаплы ҡарарға, тырышып уҡырға, тәртипле булырға, үҙ мәктәбенең данын нығытырға, кадет исеменә тап төшөрмәҫкә һәм киләсәктә үҙ Ватанының ышаныслы һаҡсыһы булырға ант бирҙе. Сарала улар күрһәтмә сығыш яһаны, ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ бер минутлыҡ тынлыҡта иҫкә алынды. Балаларының һәм яҡындарының шатлыҡлы ваҡиғаһын уртаҡлашырға килгән һәр кем улар өсөн
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
20 февраля 202520 фев 2025
~1 мин