Башҡортостанда медицина көндән-көн уңайлыраҡ, юғары технологиялы һәм заманса була бара 2023 йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бөтә финанслау сығанаҡтарынан 106,9 миллиард һум йүнәлтелгән. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди-техник базалар яңыртыла, йәғни медицина ярҙамы инфраструктураһы үҫешә. 2023 йылда дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 203 миллион һумдан ашыу суммаға 185 автомобиль һатып алына. 2023 йылда республикаға 25 күсмә медицина комплексы һәм 20 берәмек "ауыр" ҡорамал килтерелде. Салауат районының Малаяҙ үҙәк дауаханаһы күсмә рентген аппараты һәм уның реанимация бүлеге Mindray WATO EX 35 наркоз-һауыҡтырыу (анестезиологик) системаһы алды. Күсмә рентген аппараты ярҙамында табиптар пациентты палатала тикшерә ала. Яңы ҡорамалдың хаҡы – һигеҙ миллион һум. Аппарат реанимация бүлеге пациенттарын диагностикалау өсөн ҡулланыласаҡ. Mindray WATO EX 35 наркоз-һауыҡтырыу (анестезиологик) системаһы беҙҙең илдә күптә