Найти в Дзене

Өфөлә һаңғырауҙар өсөн ҡышҡы спартакиаданы асыу тантанаһы үтте

Көрәш һарайы Башҡортостанда быйылғы ҡыштың төп спорт ваҡиғаһына рәсми старт биреү урыны булып торҙо.

Ойоштороусылар «Беҙ бергә. Спорт» акцияһында ҡатнашыусыларға иҫ киткес музыкаль-хореография тамашаһы күрһәтте. Сағыу постановкала ҡатнашыусылар үҙ сығыштарында Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәтен, бөгөнгө көндөң төп ышанысын - яугирҙарыбыҙҙың МХО-ла тиҙ еңеүенә ышанысын һәм, әлбиттә, спорт ҡаҙаныштары энергияһын сағылдырҙы. Заманса бейеү пластикаһы ярҙамында улар спартакиадала тәҡдим ителгән бөтә спорт төрҙәренең үҙенсәлектәрен асып бирә алды. Бер нисә экранда күрһәтелгән сағыу визуаль күрененеше менән бергә, артистар кисә ҡунаҡтарының иғтибарын махсус эффекттар менән дә йәлеп итә алды.

Рәсми өлөш Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяревтың сәләмләү һүҙҙәре менән асылды. Башҡортостан үҙенең ҡунаҡсыллығы һәм саралар үткәреү кимәле юғары булыуы менән билдәле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. 2023 йылда бында сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары, ә 2024 йылда «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы үтте. Быйылғы спартакиада ла ыңғай хис-тойғолар һәм дуҫтарса мөхит менән иҫтә ҡалырлыҡ сағыу ваҡиға булыр, тигән ышанысын белдерҙе ул.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеомөрәжәғәттә спортсыларҙы ишаралар телендә сәләмләне: «Рәхим итегеҙ! Башҡортостанда сәләмләйем. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!»

- Был байрамды үткәреү беҙҙең өсөн оло хөрмәт, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов. - Башҡортостан - Рәсәйҙең төп спорт төбәктәренең береһе. Бында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Йылдан-йыл беҙҙә бик күп спорт объекттары асыла. Республика уларҙың иҫәбе буйынса илдә өсөнсө урында тора. Һаңғырауҙар спорты буйынса тәүге ҡышҡы спартакиаданың тап беҙҙә үтеүе менән ғорурланабыҙ.

Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған кешеләргә айырыуса иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡарашта булыуҙарына Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорты спорт федерацияһы президенты Дмитрий Ребров иғтибар итте. Төбәктә уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу буйынса ҙур системалы эш алып барыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Был күренекле спортсыларҙы ғына түгел, шулай уҡ юғары кимәлдә бик күп саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Ә әлеге спартакиада - спортсыларға Рәсәйгә ҡарата санкциялар сәйәсәте шарттарында үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге лә.

«Башҡортостан Республикаһы» гәзите хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп, Дмитрий Васильевич, быйылғы спартакиада үтәсәк барлыҡ объекттар ҙа адаптив стандарттарға тап килә, тип билдәләне. Шулай уҡ ул судьяларға, тәржемәселәргә, волонтерҙарға һәм техник хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерҙе.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында һаңғырауҙар спартакиадаһының флагын сығарыу иң әһәмиәтле мәлдәрҙең береһе булды. Сурдолимпия спортсылары Андрей Василевский, Миңлеғәле Абдуллин, Татьяна Буторина-Жеребцова (Башҡортостан), Станислав Хәкимов (Һамар өлкәһе), Любовь Майорова (Коми) һәм Алексей Казанцев (Свердловск өлкәһе) байраҡсылар сифатында сығыш яһаны. Тантана аҙағында йәш һәм өлкән артистар башҡарыуында сурдотәржемә менән Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанға спартакиадаға илдең 32 төбәгенән 800 спортсы килде. Улар ете дисциплина: футзал, хоккей, саңғы уҙышы, тау саңғыһы, сноуборд, керлинг, шахмат буйынса 38 наградалар комплектын уйната. Ярыштарҙың күбеһе Өфөлә керлингтан (Ишембайҙағы «Батыр» спорт мәктәбе) һәм тау саңғыһы спортынан (Әбйәлил районындағы «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге) тыш уҙа.

Ярыштар 7 февралдә старт алды һәм 16-на тиклем дауам итәсәк, ә ябыу тантанаһы 14 февралдә Өфөнөң Спорт һарайында үтәсәк. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың Каруанһарайында Фан-зона эшләй, унда ярышта ҡатнашыусыларға Өфө буйлап үҙаллы йөрөү өсөн видеогид менән карталар һәм киноға, театрға, автобус экскурсияларына бушлай билеттар алырға мөмкин. Бында даими рәүештә ишаралар телен белгән белгес урынлашҡан.

Фото: Александр ДАНИЛОВ.