Музейға капиталь ремонт «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Подрядсы эштәрҙе 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем тамамларға тейеш. Аҡса федераль һәм төбәк бюджеттарынан бүленә. Бынан алдараҡ «Башинформ» музейҙы реконструкциялау пландары хаҡында яҙып сыҡты. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә музейҙы хәтер урыны ғына түгел, ә яңы быуындар заман рухын тоя, тарихҡа ҡағыла һәм үҙенең мираҫы менән ғорурлана алһын өсөн илһам сығанағы итергә планлаштырыуҙарын хәбәр иткәйне. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-12/v-bashkirii-vyberut-podryadchika-dlya-kapremonta-muzeya-salavata-yulaeva-4118910 Автор:Роман Якимчук Фото:Урал Килсенбаевтың социаль селтәрҙәре
Башҡортостанда Салауат Юлаев музейын капиталь ремонтлау өсөн подрядсы һайлайҙар
13 февраля 202513 фев 2025
~1 мин