Найти в Дзене

Башҡортостанда кескәйҙәрҙе ижади конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Конкурста ҡатнашыуға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, етем балалар; ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шул иҫәптән опекаға алынған балалар; МХО-ла ҡатнашыусыларҙың; 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләләрҙәге балалар саҡырыла, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите. Уларҙың йәше - биш йәштән 18 йәшкә тиклем; һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең - 21 йәшкә тиклем. Конкурс туғыҙ номинация буйынса уҙғарыла:
1. Йыр башҡарыу.
2. Музыка-башҡарыу сәнғәте.
3. Бейеү сәнғәте.
4. Ым-ишара йыры.
5. Үҙенсәлекле жанр (шул иҫәптән цирк номерҙары һ.б.)
6. Художестволы һәм автор уҡыуы.
7. Өлкән + бала.
8. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дизайн һәм кейемдәр тегеү.
9. Мәғариф һәм фән. Конкурста ҡатнашыу өсөн был һәм ошо һылтанмалар буйынса теркәлергә мөмкин. 9-сы номинацияла ҡатнашыу өсөн теркәлеүгә - һылтанма. Ғаризалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Төп конкурс майҙа уҙа. Гала-концерт июндә үтәсәк. Фото: "Бәйләнештә" селтәрендә "Таланттар йондоҙлоғо" конкурсы берләшмәһе

Конкурста ҡатнашыуға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, етем балалар; ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шул иҫәптән опекаға алынған балалар; МХО-ла ҡатнашыусыларҙың; 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләләрҙәге балалар саҡырыла, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Уларҙың йәше - биш йәштән 18 йәшкә тиклем; һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең - 21 йәшкә тиклем.

Конкурс туғыҙ номинация буйынса уҙғарыла:
1. Йыр башҡарыу.
2. Музыка-башҡарыу сәнғәте.
3. Бейеү сәнғәте.
4. Ым-ишара йыры.
5. Үҙенсәлекле жанр (шул иҫәптән цирк номерҙары һ.б.)
6. Художестволы һәм автор уҡыуы.
7. Өлкән + бала.
8. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дизайн һәм кейемдәр тегеү.
9. Мәғариф һәм фән.

Конкурста ҡатнашыу өсөн был һәм ошо һылтанмалар буйынса теркәлергә мөмкин. 9-сы номинацияла ҡатнашыу өсөн теркәлеүгә - һылтанма.

Ғаризалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Төп конкурс майҙа уҙа. Гала-концерт июндә үтәсәк.

Фото: "Бәйләнештә" селтәрендә "Таланттар йондоҙлоғо" конкурсы берләшмәһе