Осрашыуға Өфө прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Андрей Надежкин, Өфөнөң 9-сы полиция бүлексәһе енәйәтте тикшереү бүлеге начальнигы Илмир Ғәйзетдинов һәм полиция полковнигы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының личный состав менән эшләү идаралығы начальнигы урынбаҫары Оксана Шәрипова килде, тип яҙа "Республика Башкортостан" баҫмаһы. Координация үҙәге директоры, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректораты ҡарамағындағы советник Илһам Хәбибуллин билдәләүенсә, экстремистик йүнәлештәге төркөмдәрҙә ҡатнашыусыларҙың 80 процентҡа тиклемен 14-20 йәшлектәр, һирәгерәк 25-30 йәшлектәр тәшкил итә. Андрей Надежкин студенттарға Рәсәйҙә милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғышҡа ҡаршы тороу тураһында һөйләне. Буласаҡ педагогтар өсөн был мәғлүмәт айырыуса мөһим: улар хәҙерге йәш быуынды тәрбиәләү үҙенсәлектәрен яҡшы белергә тейеш. Илмир Ғәйзетдинов мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ярҙамында ҡылынған енәйәттәр тураһында һөйләне. Мутлашыусылар аҡсаларҙы сит банк карталарына күсереүҙе һорағанда йәки
Буласаҡ педагогтарға экстремизмды иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр
13 февраля 202513 фев 2025
1 мин