Яныбай Хамматов башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәтендә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Уның әҫәрҙәре тарихи ваҡиғаларҙы, шулай уҡ башҡорт халҡының көнкүрешен һәм йолаларын теүәл һүрәтләүе менән айырылып тора. "Республика Башкортостан" гәзите яҙыуынса, Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусыға арналған исемле почта конверты менән таныштырыу сараһы төп юбилей сараларының береһе булды. Китапхана яҙыусының китаптар күргәҙмәһен әҙерләгәйне. - Был минең өсөн бик мөһим ваҡиға, - тине тантанала ҡатнашыусыларҙың береһе, яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова. - Был конверттарҙың бөтә Рәсәйгә таралыуы бик символикалы, үҙ ваҡытында бөтә Советтар Союзы буйлап Яныбай Хамматовтың романдары таралғайны. Улар бер ҡасан да китапханаларҙа һәм китап магазиндары кәштәләрендә ятмаған. Был - халҡыбыҙҙың героик үткәнен бөтә ил уҡыусыларына еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән ҙур яҙыусының иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге. БР Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов, республика өсө
Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты
13 февраля 202513 фев 2025
2 мин