20 февралдә пленар ултырышта Башҡортостан парламенты депутаттары Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында кодексына үҙгәрештәрҙе ҡарай. «Автомобилде теркәү ваҡытында күрһәтелә торған мотлаҡ документтар исемлегенән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисын төшөрөп ҡалдырырға тәҡдим ителә», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Закон проекты транспорт сараларын дәүләт теркәүе процедураһын камиллаштырыуға һәм артыҡ нормаларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, ОСАГО полисын автомобилде теркәү өсөн мотлаҡ документтар иҫәбенән алыу ике ғәмәлдең логик бүленешенә нигеҙләнә: транспорт сараһына эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Автомобиль һатып алыу һәр ваҡытта ла уны тиҙ арала файҙалана башлауҙы күҙ уңында тотмай. Хужаһы автомобилде оҙаҡ файҙаланмаҫҡа, туҡталҡаға йәки гаражға ҡуйып тороуы мөмкин. Бындай осраҡтарҙа страховка полисын шунда уҡ рәсмиләштереү талабы артыҡ һәм өҫтәмә финанс йөкләмә генә тыуҙыра. «Шул уҡ ваҡы
ОСАГО полисы автомобилде теркәү өсөн документтар исемлегенән алына
14 февраля 202514 фев 2025
1 мин