Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бөгөн Халыҡ -ара ҡоштар көнө

Бөгөн Халыҡ -ара ҡоштар көнө. Ә минең ҡоштар ҡайтҡанда күңелем хисләнеп китә.Уларҙың тауышы үҙе йәшәү симфонияһы кеүек. Сыйырсыҡ һыҙғырып уҡ ҡуя,турғайҙар сөрр- сөрр иткән була.Ҡарғалар ҡарҡҡ- ҡарҡҡ тимәһә яҙы булмай ҙа ҡуя...Ҡупайышҡан булып, әллә кем булып тирәктәргә ҡуналар.Оялары яҙғы ташҡын ярһып шаулаған, йылға ағымы күмеп киткән тирәктәрҙә... Тиҙҙән таллыҡтар һандуғас моңона күмелер.Һандуғас ҡарға түгел инде ,ҡарр тип кенә ҡуямы? Ул һайраһа ноталарын кемегеҙ ота ала? Ҡарлуғастарҙың ҡыйылып осоуо...Ҡанаттары һылыу ҡыҙҙарҙың ҡаштары кеүек. Нисек кенә татыу улар !Ояларын һырлап- һылап эшләйҙәр.Скульпторың ары торһон. Яратам ҡоштарҙы!Улар ҡайтһа донъя йәмләнә .Ҡоштарҙың үҙ йәшәйеше- ҡошсоҡтары ҡанатына көс биреп, йылы оянан айырыу.Тап ошо мәлде күрә белгән кеше лә үҙенсә бәхетле. Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ,күптәре һирәгәйә бара... 🖊️Рәйлә Хисмәтуллина

Бөгөн Халыҡ -ара ҡоштар көнө.

Ә минең ҡоштар ҡайтҡанда күңелем хисләнеп китә.Уларҙың тауышы үҙе йәшәү симфонияһы кеүек.

Сыйырсыҡ һыҙғырып уҡ ҡуя,турғайҙар сөрр- сөрр иткән була.Ҡарғалар ҡарҡҡ- ҡарҡҡ тимәһә яҙы булмай ҙа ҡуя...Ҡупайышҡан булып, әллә кем булып тирәктәргә ҡуналар.Оялары яҙғы ташҡын ярһып шаулаған, йылға ағымы күмеп киткән тирәктәрҙә...

Тиҙҙән таллыҡтар һандуғас моңона күмелер.Һандуғас ҡарға түгел инде ,ҡарр тип кенә ҡуямы?

Ул һайраһа ноталарын кемегеҙ ота ала?

Ҡарлуғастарҙың ҡыйылып осоуо...Ҡанаттары һылыу ҡыҙҙарҙың ҡаштары кеүек.

Нисек кенә татыу улар !Ояларын һырлап- һылап эшләйҙәр.Скульпторың ары торһон.

Яратам ҡоштарҙы!Улар ҡайтһа донъя йәмләнә .Ҡоштарҙың үҙ йәшәйеше- ҡошсоҡтары ҡанатына көс биреп, йылы оянан айырыу.Тап ошо мәлде күрә белгән кеше лә үҙенсә бәхетле.

Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ,күптәре һирәгәйә бара...

🖊️Рәйлә Хисмәтуллина