Шағирә Айгөл Иҙелбаеванан бик шәп буҙа рецебы. Ошо ваҡытта хәл индереү өсөн бик шәп эсемлек ул. Мин эшләгән рецепт ошолай: 3 литр һыуға, ҡайнап сығыу менән, 1 стакан геркулес һалам (кемдәрҙер һыуға геркулесты шундуҡ һала, мин улай итмәйем). 1 сәғәт ара-тирә болғай-болғай бешергәс, эҫе көйөнсә һөҙәм һәм 1 стакан шәкәр һалып болғап ултыртам. Һыуынғас, 1 стакан буҙа ҡуры (закваска) йәки ҡымыҙ ҡойоп болғатам һәм быяла һауыттарға ҡоям. Йылы урында ултырһа, 1 тәүлектән әҙер була. Ара-тирә һелкетеп йәки өҫкә һапырып болғатып алырға кәрәк. Күберәк кәрәк булһа, самаларҙы арттырырға мөмкин. Буҙаны быяла һауыттарға ҡойоп ойоторға кәңәш итәм. Сөнки, кәстрүлдә ултырһа, тимер менән реакция барлыҡҡа килеп, тәмһеҙләнә, күкһел төҫкә инә. Уның ҡарауы кәстрүл ялтырап китә) Ҡызлап торған буҙа эсеп туйғыһыҙ була!..