Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Күрше хәлен белешергә

Күрше хәлен белешергә Көн дә бына ваҡыт етмәй: Күрешкәндә һөйләшергә Ярты сәғәт ваҡыт етмәй. Хат яҙырға туғандарға Кисә етмәй, бөгөн етмәй; Саҡырмаһа, дуҫ өйөнә Барыу өсөн күптән етмәй. Эш итергә төп эшеңде Ваҡыт саҡ-саҡ етмәй ҡала. Һөйгәнеңә әйтер һүҙ ҙә Ваҡытында етмәй ҡала. Йөрөгәнеңдә булмай ваҡыт Үҙ-үҙеңде дауаларға. Ауғас ҡына һағындыра Сығып йөрөү һауаларға. Һаман шулай йәшәйбеҙ бит Аҡланыуҙан ары китмәй: Ваҡыт етмәй!.. Көндәр етмәй, йылдар етмәй, Ғүмер етмәй... Ирек Кинйәбулатов

Күрше хәлен белешергә

Көн дә бына ваҡыт етмәй:

Күрешкәндә һөйләшергә

Ярты сәғәт ваҡыт етмәй.

Хат яҙырға туғандарға

Кисә етмәй, бөгөн етмәй;

Саҡырмаһа, дуҫ өйөнә

Барыу өсөн күптән етмәй.

Эш итергә төп эшеңде

Ваҡыт саҡ-саҡ етмәй ҡала.

Һөйгәнеңә әйтер һүҙ ҙә

Ваҡытында етмәй ҡала.

Йөрөгәнеңдә булмай ваҡыт

Үҙ-үҙеңде дауаларға.

Ауғас ҡына һағындыра

Сығып йөрөү һауаларға.

Һаман шулай йәшәйбеҙ бит

Аҡланыуҙан ары китмәй:

Ваҡыт етмәй!..

Көндәр етмәй, йылдар етмәй,

Ғүмер етмәй...

Ирек Кинйәбулатов