Ишетелә һәр тарафтан,
Ишетелә һәр ҡайҙан.
Ҡотло булһын, ҡотло булһын
Изге Ураҙа байрам!
Ғәйет намаҙына торам
Ишетеп моңло аҙан.
Теләктәр үтәлә торған,
Бүләктәр бирер байрам.
Туған - тумаса осраша
Киң ата- әсә йорто.
Килгән һәр бер ҡунағымдан
Йортомдоң арта ҡото.
🖊️Рауза