Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Илем минең тәхетем

Илем минең тәхетем.

Төркиәлә булғаным юҡ,

Булғаным юҡ Дубайҙа...

Тик үҙемде бәхетһеҙгә

Һанамайым шулай ҙа.

Яҙманы Ҡара диңгеҙҙә

Ҡолас ташлап йөҙөргә...

Нимә, шуның өсөн хәҙер

Йәшәүҙәнме биҙергә?!.

Һиндостанға ла барырға

Уйлағаным юҡ әле,

Мине күрмәй торҙо Дели,

Әле лә торор әле!

...Шыпа бер ҡайҙа йөрөмәй

Ултырмайым дөм төшөп,

Тура килә йөрөргә лә

Унда - бында юл төшөп.

Һоҡланаһың, аһ итәһең!

Күргәндәрҙән сит ерҙә.

Шул шедеврҙар янында

Ҡалғы килмәй тик бер ҙә!

Һағындыра шул арала

Тыуып - үҫкән мөхитем.

Тыуған ерем һиндә икән

Минең ысын бәхетем!

Әл дә ҡайтыр урыным бар

Илем тигән тәхетем!

🖊️Гөлзифа Исрафилова.