Баймаҡ районының Байыш ауылы клубында ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшиндың 70 йәшлек юбилей кисәһе уҙҙы.
Ташбулат Мостафа улы оҫта ҡурайсы, йыраусы. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1999 йылдан алып хаҡлы ялға тиклем Ғ.Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе филиалында балаларға ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Репертуарында оҙон көйҙөң инструменталь варианттары: “Азамат”, “Әрме”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Ильяс”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Сибай”, “Урал”, “Шәүрә”. 1989 йылда Германияла Халыҡ-ара фольклор фестивалендә, 2000 йылда Японияның Осака ҡалаһында "Вашшои" Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнаша. Бөтә Союз халыҡ ижады фестиваленә Мәскәүгә бара, халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсы 1989 йылда Чехословакия ла Братислава ҡалаһында үтә, унда Ташбулат Дәүләтшин ике алтын миҙалға лайыҡ була. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы лауреаты, Б. Вәлид исемендәге премия лауреаты.