“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” уңышлы проект. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала 2020 йылда “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты эшләй башланы. Ошо йылдар эсендә ул үҙенең ихтыяжын һәм һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Мәҫәлән, 2024 йылда проектта 290 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте 2025–2030 йылдарға “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” төбәк программаһын раҫланы. Ул өлкән быуын граждандарының һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон һәм сәләмәт ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән. Программа 2030 йылға өлкән быуын вәкилдәрен сараларға йәлеп итеүҙе уларҙың дөйөм һанынан 38,7 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота (2025 йылда 32,5 процент). Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын эҙмә-эҙлекле арттырыу күҙаллана. Программа оло йәштәгеләр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуҙы, сифатлы социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, һөнәри белем биреүҙе, мәшғүллекте тәьмин итеүҙе, ижади әүҙемлеккә дәртләндереүҙе, оло йәштәгеләрҙе ирекмәнле
Салауат районының өлкән йәштәгеләре Белоруссияға сәйәхәт ҡыла
26 марта 202526 мар 2025
2 мин