3 апрелдән Башҡортостанда урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле асыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе. «Һауа температураһының күтәрелеүен, сиктәш биләмәләрҙә ҡоро үләндең яныуын иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, шулай уҡ 1 майҙан республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тип белдерҙе министр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индереү өсөн материалдар әҙерләргә ҡушты. «Гидрометеорология буйынса федераль хеҙмәт һәм Авиация урман һағының яҡынса фараздарына ярашлы, республиканың айырым райондарында майҙан сентябргә тиклем юғары класлы янғын хәүефе фаразлана. Шуға күрә төп бурысыбыҙ — төрлө хәлдәргә әҙер булыу. Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2025 йылға урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы раҫланды, ул 11,5 мең кешене һәм 3,3 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота», — ти
Республикала 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле асыла
4 апреля 20254 апр 2025
1 мин