Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Фото:Галина Бахшиева Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +9, +14 градус. 4 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +5, +10 градус. Шәмбе, 5 апрелдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +10, +15 градус. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-03/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-sohranitsya-dozhdlivaya-pogoda-4181942 Автор:Галина Бахшиева
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә
4 апреля 20254 апр 2025
~1 мин