🪲 Талпандар йоҡламай!!!
Уларҙан һаҡ булығыҙ! Көн дә тикшереп тороғоҙ!
Белгестәр талпан ҡаҙалмаһын өсөн хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡыра, шулай уҡ, талпан ҡаҙалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белдерә.
Бының өсөн Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең вирусологик лабораторияһына, Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Райондарҙа йәшәгәндәр үҙәктең Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында урынлашҡан филиалдарына бара ала.