Найти тему

Миш-маш (болгар омлеты)

Миш-маш (болгар омлеты)
Миш-маш — ул брынза, помидор, татлы борос, һуған һәм йәшелсә ҡушып эшләнгән болгар омлеты.
Ингридиенттар:
* 3-4 йомортҡа
* 1 болгар боросо
* 1 ҙур ғына помидор
* 100 гр брынза
* 1 шт башлы һуған
* 2-3 шт йәшел һуған
* 1-2 һабаҡ петрушка
* 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы
* тәменә ҡарап тоҙ, ҡара борос онтағы

Табаны ҡыҙҙырып, май ҡоябыҙ. Һуғанды бер аҙ ҡурып алғандан һуң, болгар боросон өҫтәп, 3-4 минут ҡурабыҙ. Унан помидорҙы турап 3-4 минут ҡыҙҙырабыҙ. Йәшел һуған менән петрушканы турап өҫтәйбеҙ. 3 минуттан һуң брынзаны онтап ҡушабыҙ. Йәнә 3-4 минуттан һуң туҡылған йомортҡаларҙы ҡоябыҙ. Һаҡ ҡына болғатабыҙ, өҫтөнә тоҙ, борос һибеп, ҡапҡасын ябып торабыҙ. Һүрән утта етәрлек кимәлдә бешкән миш-машты таба менән өҫтәлгә ҡуябыҙ. Һәр кем уны тәрилкәләренә үҙе теләгәнсә һалып алыр.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Еда
6,93 млн интересуются