Яңы йыл табынына "Һағыш" тип исемләнгән бик тәмле салаттың рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уҙған йыл үтеп китеп, күңелдәрҙә һағыш тойғолары ҡалдыра. Шуға ла был салат Яңы йыл табынында мотлаҡ булырға тейештер.
Ингридиенттар:
* Бешкән тауыҡ ите;
* 2 эре помидор;
* 200 гр "Российский" ҡаты сыры;
* 1 башлы һуған;
* 200 гр тоҙланмаған шампиньон бәшмәге;
* тәменә ҡарап тоҙ, майонез, ҡурыу өсөн үҫемлек майы.
⠀
Һуғанды, шампиньонды ваҡ итеп турап, майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Тауыҡ итен киҫәкләп турайбыҙ. Помидорҙы балдаҡлап турайбыҙ.
Тәрилкәгә үрҙә һаналып үтелгән аҙыҡты сиратлап ҡатлап һалабыҙ: тауыҡ ите (өҫтөнә майонез), һуғанлы бәшмәк (майонез), помидор (майонез). Салаттың өҫтөнә күп итеп сыр һибәбеҙ.
Әҙер салатты һеңһен өсөн 2 сәғәт һыуытҡыста тотабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!