Найти в Дзене

Газета "Башҡортостан": Айрат Искәндәров ташҡабаҡтан ниҙәр бешерә?

Ул быйыл ошо йәшелсәнән бер тонна самаһы уңыш йыйып алған. Баҡсасы коллегабыҙҙың рецептарын тәҡдим итәбеҙ.

-2

Коллегабыҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айрат Искәндәров - баҡсасы ла. Ул йыл һайын айырыуса ҡабаҡты күпләп ултырта ла көҙ дуҫтарына йәлләмәй өләшә. Ғаиләһе лә был йәшелсәнән әҙерләнгән аш-һыуҙы үҙ итә. Яҡындарын ял көндәрендә төрләндереп һыйларға ярата Айрат Рим улы.

Мәҫәлән, ҡабаҡ бәлеше өсөн ҙур булмаған ҡабаҡты ала ла, йыуып, ҡапҡас ҡырҡа. Эсен таҙартҡас, унда ит, картуф, һуған һалып, мейестә ике-өс сәғәт бешерә. Ҡабаҡтың тышы йомшарһа, тимәк, ул бешкән!

Ташҡабаҡтан файҙалы һут

Ике килограмм ташҡабаҡты өлөштәргә бүлеп, ҙур кәстрүлгә һалабыҙ, ике литр һыу, 160 грамм шәкәр өҫтәп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Талғын ғына утта йәшелсәне иҙелгәнсе тотабыҙ. Ул бешеп сыҡҡас, блендер менән бутап пюре эшләйбеҙ. 2/3 сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм комбайн ярҙамында һығып сығарылған лимон йә әфлисун һуты өҫтәйбеҙ. Ҡуйы тойолһа, ҡайнаған һыу өҫтәргә була. Тағы берҙе эҫегәнсе утҡа ҡуйып алабыҙ ҙа, шешәләргә тултырып, ябабыҙ.

Ҡабаҡ орлоғонан козинаки

- Ҡабаҡтың орлоғо төрлө аш-һыу өсөн ҡулайлы. Уны икмәк бешергәндә лә, йәшелсә әҙерләгәндә лә ҡушып ебәрергә була. Мин иһә таҙартылған көнбағыш орлоғо менән бергә ҡушып, козинаки эшләргә яратам. Бының өсөн 250 грамм ташҡабаҡ орлоғо, шул сама көнбағыш алабыҙ. Алты аш ҡалағы бал, 4-5 ҡалаҡ шәкәр онтағы кәрәк. Кәстрүлдә бал менән шәкәрҙе бергә ҡушып, 10 минут самаһы талғын утта тотабыҙ ҙа ошо массаға орлоҡтарҙы һалабыҙ. Йәнә биш минут тотҡандан һуң ҡатнашманы силикон формаға, йә махсус ҡағыҙға йәйеп һалабыҙ. Саҡ ҡына һыуынғас, өлөштәргә бүләбеҙ. Сәйгә тәмле ризыҡ әҙер, - тип тәмле рецептары менән уртаҡлашты Айрат Рим улы.

-3

Әйткәндәй, ул баҡсаһында быйыл бер тонна самаһы ташҡабаҡ йыйып алған. Иң ауыры 20 килограмдан артҡан.

Фото А. Искәндәровтың шәхси альбомынан.

Автор: Лилия Нуретдинова