بسم الله الرحمن الرحيم
Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менан бер ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле - иң тәҡүәлегеҙ. Аллаһ, ысынлап та, белә, хәбәрҙар!
Бүлмәләр сүрәһе 13-се аят.
Башҡорттарҙа шәжәрә төҙөү – быуаттар төпкөлөнән килгән йола, һәм ул йәмғиәттә мөһим урын алып торған. Бер нисә йөҙ йыл элек башҡорт кешеһенең үҙ ырыуын һәм шәжәрәһен белмәүен күҙ алдына ла килтереп булмай. Башҡорт шәжәрәләре төрлө-төрлө, һәм улар яҙма формала ла, телдән дә төҙөлгән. Яҙма шәжәрәләр араһында был нәҫелгә ингән кешеләрҙең исем-шәрифтәре, теге йәки был ҡәбиләгә һәм ырыуға ҡарау һәм ырыу атрибуттары ғына һаналып киткән, ә икенселәрендә иһә исемдәрҙән тыш, был төбәктә, ҡәбиләлә, ырыуҙа булып үткән төрлө тарихи ваҡиғалар телгә алына. Инҡилапҡа тиклем төҙөлгән башҡорт шәжәрәләре беҙҙең көндәргә тиклем төрлө сәбәптәр арҡаһында бик аҙ күләмдә һаҡланған.
2017 йылдың йәйендә Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Ырыҫҡол ауылында Ырыҫҡолова (Ярышева) Флүрә Сәйфулла ҡыҙы миңә (Ырыҫҡолов Радикка) иҫке төрөк (ғосман төркие) телендә Сәйетбаттал (Сәййид Баттал-ғази) хаҡында яҙылған насар хәлдә һаҡланған бер ҡулъяҙма тапшырҙы. Был ҡулъяҙмала Һарыҡташ районы Солтанбай ауылынан сыҡҡан үҫәргәндәрҙең шәжәрәһе табыла. Флүрә Сәйфуллина 1938 йылғы, сығышы менән Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Солтанбай ауылынан. Ул — Үҫәргән-апанды[1] ырыуының торна тоҡомо вәкиле. Уның әйтеүенсә, был китаптар уға әсәһе Ярышева (ҡыҙ фамилияһы ла Ярышева) Хәзирә Хәйбулла ҡыҙынан, ә уға иһә атаһы Хәйбулланан ҡалған.
Ҡульяҙмалағы повеста мосолмандар менән Византия империяһы араһында булған һуғыштар һүрәтләнә. Сәйетбаттал хаҡындағы повесть төрөк (ғосман) мөхитендә яҙылған һәм ул киң таралған булған. Уны Төркиәлә, Урта Азияла, Урал-Иҙел буйҙарында күсереп яҙғандар. Ҡулъяҙмала йәмғеһе 128 табаҡ бит[2]. Ҡағыҙ биттәренең үлсәмдәре: 21x16 см. 40-41-се биттәр ҡалған биттәрҙән бәләкәйерәк; үлсәмдәре: 15,5x15 см. Шул уҡ ваҡытта был биттәрҙең аҫҡы ҡырҙары йыртылған. Күрәһең, текстың күпмелер өлөшө лә юғалған. Ҡулъяҙма ике төрлө ҡағыҙға ике төрлө почерк менән күсереп яҙылған ике өлөштән тора. Беренсе өлөшкә — 1–41-се, 2-се өлөшкә 42–128-се биттәр инә.Ҡулъяҙманың икенсе өлөшө иртәрәк күсереп яҙылғанға оҡшай. Сөнки повестың тәүге өлөшөндә күсереп яҙыусы тарафынан күп һанлы «башҡорт һүҙҙәре» күҙгә ташлана (мәҫәлән, «ч» хәрефен «с»-ға алыштырыу йәки киреһенсә). Шәжәрә тексы — 41-се биттә.
Шәжәрәлә һәм уҡыусы яҙмаларында «башҡорт һүҙҙәре» бар. Ул да булһа, «ч» хәрефе урынына «с»-ны яҙыу (йәки киреһенсә). Повесть һәм шәжәрә үҙ-ара бәйле түгел. Шуға күрә, миҫал өсөн повесть фрагментын өҙөмтә итеп килтереп китеү менән сикләнәбеҙ.
[40-сы бит] …әйтде: ҡанҡы тарафә китде? Сәйед әйтде: ошбу тарафә китде, диде. Шәмғун илле ҡолы илән ул тарафә рауанә улды. Сәйед башлаб ул ерә китүрде кем, Ғазбани илтмеш иде. Ул дәмдә етмеш ике мөселман чыҡә килделәр, илле ҡолы илән Шәмғунны барә-барә әйләделәр. Ғазбан иман килтүрмәде, аны дәхи үлдүрделәр. Бу чирейә шәбхун ордылар. Сәйед чағырды: бәнем Баттал-ғази, Мөхәммәд чағырды: бәнем Ғәбдессәлам-ғази. Һәр төрле мөселман ғазилар исемләрүн сағырдылар. Көффар иртәйә дикен берүн-бере ҡырдылар. Чөнкем иртә улды, күрделәр кем, Шәмғун-Ғазбан үлмеш, чире сынды, айрыҡ тормадылар. Ул мөселманлар чуҡлыҡ кафири ҡырдылар, малларун алдылар. Хәраб иделәр, дүнделәр. Ул егет… || [41-се бит] …уғланларун күрде, шад улды, Сәйедә чуҡ доғалар ҡылды, Сәйедең фәтхен яздылар, Мөхәммәдсәғидә, хәлифәйә күндүрделәр. Чүн фәтех-намә ирешде, хәлифә шад улды, бу хәбәри Шам вилайәтенә, һәр иҡлимләрә белдүрделәр, шадлыҡлар әйләделәр. Хәлифә бең җүбин [?] ағыр бәһалу тунлар әмир Ғөмәрә күндүрде. Һай, сез ғәфил улмаң, әкәр ҡәйсар[3] хәрәкәт идәрсә, бәна хәбәр белдүрүң, диде. Бер заман бөйлә ҡалды, ғаләм мөнәүүәр улды. Бөржәмал Сәйедә[4] саләт. Мәҗлис дикәр.
Артабан ошо уҡ биттә төрлө яҙмалар килә (транскрипцияһы):
1909-нчы йыл закунйә көнләрүндә ҡар булмады, көн бик йылы булды.
Рамазан У[5].
Ошбуны яздум ядүкар улмаҡ өчүн,
Уҡығанлардин бер доға ҡылмаҡ өчүн.
41-се биттә өҫтә: «Чуҡ-чуҡ йәшә»;
Артабан дүрт юллыҡ шиғыр килә:
«Әйтмәгез: ҡары үләр, егет үлмәз,
Күб-тәлим[6] егетләр ҡары булмаз.
Вахыт етчә, дим[7] алғалы заман бирмәз,
Егетлек үлүмендин ҡуруҡмазмусән?».
Эргәлә төрлө яҙмалар бар. Уҡып булғанынан:
«Рамазан ҡода бу ҡиссәны[8] биргә[н], уҡурғә биргән өчүн бәрәкә[те] АЛЛАҺның рәхмәт улсун»;
«Сахиб Әхмәдшәриф Рамазан уғлы»;
«Хисам ҡода язған бу сәламне. Русҡул»[9].
Артабан шәжәрә килтерелгән:
«Катиб Рамазан бин Ғәбделмотталиб бин Ғәбделмөьмин бин Дәүләтбай бин Санҗаб бин Меллаҡай бин Бүләкәй бин Яхшытай бин Турытай бин Атай бин Атйетәр бин Ҡошйетәр бин Аҡманчыҡ бин Тоҡманчыҡ [артабан ике исем һыҙып ташланған: беренсеһен уҡырлыҡ түгел[10], икенсеһе — «Үсәркән»] бин Мөйтән бин Туҡсаба. [Далее надписано над строкой: «Нух бәйғәмбәрнең вәләде Яфач нәселендән, Төрекнең Ҡаңлы ырыуундандур». Артабан юлда «Туҡһаба» исеменә ҡараған киләһе яҙма һыҙып ташланған: «Безүм Үсәркәннең ораныдур».] Асылтүбә Төрүк халҡындан сыҡҡан».
Тәржемәһе:
1909 йылда «закунйә» көндәрендә ҡар булманы, көн бик йылы булды [1].
Рамазан У.[11]
[Минең хаҡымда] иҫләтмә булһын өсөн ошоно яҙҙым.
Уҡығандар [быны яҙған кеше өсөн] доға ҡылһын[2].
41-се биттә өҫтә: «Оҙаҡ-оҙаҡ йәшә»;
Артабан дүрт юллыҡ шиғыр килә:
«Әйтмәгеҙ: ҡарттар үлер, егеттәр үлмәҫ,
Күп-күп егеттәр ҡартлыҡҡа етмәҫ.
Ваҡыт етһә, ул (үлем) нәсихәт алырлыҡ заман бирмәҫ,
Егетлек үлемеңдән ҡурҡмайһыңмы ни һин?» [3]
Эргәлә төрлө яҙмалар бар. Уҡып булғанынан:
«Рамаҙан ҡоҙа был ҡиссаны уҡырға биргәне өсөн Аллаһ уға Үҙ рәхмәтенән бәрәкәт бирһен»;
«Сахиб (хужа) Әхмәтшәриф Рамаҙан улы»;
«Хисам ҡоҙа яҙған был сәләмде. Ырыҫҡол»[4].
Артабан шәжәрә килтерелгән:
«Кәтип (яҙыусы) Рамаҙан[5] бин Ғәбделмотталип бин Ғәбдел-Мөьмин бин Дәүләтбай бин Санжаб бин Муллаҡай бин Бүләкәй бин Яҡшытай бин Турытай бин Атай бин Атйетәр бин Ҡошйетәр бин Аҡмансыҡ бин Тоҡмансыҡ [артабан ике исем һыҙып ташланған: беренсеһен уҡырлыҡ түгел, икенсеһе — «Үсәркән»[6]] бин Мөйтән бин Туҡһаба[7] [артабан юл өҫтөндә шулай тип яҙылған: «Нух пәйғәмбәрҙең улы Йәфес нәҫеленән, Төрктөң Ҡаңлы ырыуынан»[8]]. Артабан юлда «Туҡһаба» исеменә ҡараған киләһе яҙма һыҙып ташланған: «[Был] — беҙҙең Үҫәргән [ырыуының] ораны[9]». Аҫылтүбә Төрк халҡынан сыҡҡан».
Аңлатма:
[1] Артабан тарихи-әҙәби повесть тамамлана һәм башҡа яҙмалар башлана. Хәбәр ителеүенсә, «закунийә» көндәрендә көндәр йылы тора һәм ҡар булмай. Ырыҫҡол ауылында йәшәүсе Ырыҫҡолов Миңлебай Шәрәфетдин улы (1933 йылғы) быны рус телендәге «загон» һүҙенә бәйләй һәм уны башҡортса боҙоп «закунийә» тип әйтелгән тип иҫәпләй. Был һүҙ ҡар яумаҫ элек мал көтөү осорона, яҡынса ноябрь урталарына, тура килә. Шулай итеп, 1909 йылдың ноябрь айында, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, әле ҡар яумаған була һәм көндәр йылы тора. Тарих фәндәре кандидаты Васильев И.М. был һүҙҙең рус телендәге «заговень» һүҙенә бәйле булыуы мөмкин тип иҫәпләй. Ураҙаның башланыуы сиркәү календарының ҡайһы бер көндәрен билдәләү өсөн ҡулланыла. Беҙҙең осраҡта иһә Филипп апостолды иҫкә алыу көнө (русса — Филиппово заговенье) күҙ уңында тотолоуы мөмкин.
[2] Рамазан У. тип рус телендә яҙылған. «У»-ның Рамаҙандың тамғаһы булыуы мөмкин. Сығышы менән Солтанбай ауылынан булған Рамаҙан бин Ғәбделмотталип ҡулъяҙманы күсереп яҙыусыларҙың йәки уның эйәләренең береһе булыуы мөмкин.
[3] Дүрт йыллыҡ был шиғырҙың авторын теүәл генә билдәләү мөмкин түгел, сөнки быға күрһәткән факттар юҡ. Шиғырҙың ҡулъяҙма авторҙарының береһе тарафынан яҙылыуы йәки бөтөнләй был урында яҙылмай, күсерелеп яҙылыуы мөмкин.
[4] Был юлдар — Дәүләтбаев Рамаҙандың ҡоҙаһы Ырыҫҡолов Хисамдыҡы. Диндар кеше булараҡ, Хисам үҙенең диндәге ҡәрҙәше — Рамаҙан ҡоҙаһы өсөн доға ҡылып, Аллаһтан уға бәрәкәт биреүен һорай.
[5] Был шәжәрә күсереп яҙыусы Дәүләтбаев Рамаҙанға ҡарай. Күрәһең, Рамаҙан уны үҙе яҙған; сөнки шәжәрә уның үҙенән башлана, һәм уның ата-бабалары тәртип буйынса, сиратлап, бер-бер артлы телгә алына. Был шәжәрәлә, ҡайһы бер факттарҙан тыш, тарихи мәғлүмәттәр юҡ.
[6] Ике исем һыҙып ташланған. Тәүге исемде уҡыуы ҡыйын (Мирйәнде тигән исем булыуы мөмкин), икенсе исем Үсәркән (йәғни Үҫәргән) тип уҡыла. Үҫәргәндең исеме менән Үҫәргән башҡорттары үҙ ырыуын атай башлай. Үҫәргән Мөйтәндең улы була. Үҫәргәндәрҙең һаҡланып ҡалған бер шәжәрәһендә Үҫәргәндең ырыуы күп һанлы булған тип әйтелә.
[7] Туҡһабаның улы Мөйтән бей үҫәргәнле башҡорттарҙың ырыуына нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә. Шулай уҡ ҡарағалпаҡ мөйтәндәре лә уны үҙ ырыуҙарына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләй. Уртаҡ этно-генетик бәйләнештәргә үҫәргән башҡорттарының күп һанлы риүәйәттәре күрһәтә. Уларҙа ырыуҙың тәү йәшәү урыны тип Арал буйы һәм Урта Азия ерҙәре күрһәтелә. «Үҫәргәндәр тарихы»на ярашлы, Мөйтән бей Сыңғыҙ хандың замандашы булған һәм ул Сыңғыҙҙан ырыу атрибуттарын һәм ерҙәр алған. Икенсе бер үҫәргән шәжәрәһендә Мөйтән бейҙең билдәлелеге һәм шулай уҡ ул Сыңғыҙ ханға барғанда Сыңғыҙҙың уға хөрмәт күрһәтеүе һәм уны маҡтауы хаҡында әйтелә[12].
[8] Шәжәрәнең авторы үҫәргәндәрҙең Нух пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) улы Йәфестең нәҫелдәренән булған Ҡаңлы ырыуынан килеп сығыуына күрһәткән. Төркиҙәрҙе Йәфестең нәҫелдәре тип күрһәтеү төркиҙәр араһында дөйөм традиция булып тора. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Башҡорттар тарихы» тигән китабында шулай тип яҙа: «үҫәргәндәр — уларҙың үҙ риүәйәттәренә ҡарағанда, сығышы буйынса ҡаңлыларҙың, йәғни ҡыпсаҡтарҙың, бер тармағы»[13].
Ҡаңлы — иң боронғо төрки ырыуҙарының береһе. Улар Урта һәм Үҙәк Азияла йәшәгән һәм башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, ҡарағалпаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың һәм үзбәктәрҙең этногенезында ҡатнашҡан.
[9] Оран — һәр башҡорт ырыуының ырыуҙы яуға ҡуҙғатҡанда әйтә торған һүҙе. Үҫәргәндәргә килгәндә, улар үҙенең ораны итеп билдәле ата-бабалары Туҡһабаның исемен алған. Шулай уҡ ҡара-ҡыпсаҡ башҡорттарында ла оран сифатында «Туҡһаба» йөрөй.
Һәм Беҙ Нухты халҡына ебәрҙек, һәм ул: «Эй, халҡым, Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, Унан башҡа һеҙҙен илаһығыҙ юҡ бит, ҡурҡмаҫһығыҙ ни?» – тип әйтте. Уның халҡының иман килтергән төркөмө әйтте: «Был-беҙҙең шикелле кеше генә бит, ул һеҙҙән өҫтөнлөк алырға теләй. Әгәр Аллаһ теләһә, Ул, әлбәттә фәрештәләр ебәрер ине, беҙ был турала боронғо ата-бабаларыбыҙҙан ишетмәнек. Был аҡылһыҙ кеше генә бит, бер аҙ ваҡытта тиклем көтөгөҙ уның менән [ни булған]». Ул: «Раббым, улар мине алдаҡсыға һанағандары өсөн миңә ярҙам ит!» - тине.
Мөьминдәр сүрәһе 23-26 аяттар
Исемдәр теҙмәһе:
Төп сығанаҡ: шәжәрәһенең ҡулъяҙмаһы, VI[14] һәм IX[15] рәүиз мәғлүмәттәре, хужалыҡ кенәгәләре.
Ҡөрьәндән һәм Сөннәттән билдәле булыуынса, Ер йөҙөндәге тәүге кешеләр Әҙәм пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм уның ҡатына Һауа була. Нәҡ ул икәү арҡылы Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙөндә кешеләрҙе күбәйтә. Ер йөҙөндә иң оло гөнаһ — ширк киң таралғас, Аллаһ кешеләргә Үҙ пәйғәмбәрен һәм рәсүлен Нухты ебәрә. Уның маҡсаты кешеләргә Аллаһ хаҡында иҫләтеп, уларҙы боттарға табыныуҙан ваз кистереү була. Ләкин Нухтың халҡы хаҡиҡәтте ҡабул итмәй, һәм Аллаһ Тәғәлә Нухтан һәм уға эйәргән бер төркөм мөьминдәрҙән тыш барыһын да һыуға батыра. Нух пәйғәмбәр барлығы 950 йыл йәшәй. Шуға күрә, мосолман ҡәбиләләре үҙ сығышын Нух пәйғәмбәргә бәйләй башлай. Артабан шәжәрәлә Нухтың улы Йәфес[16] күрһәтелә. Киләһе исемлекте шәжәрәнең ҡулъяҙмаһы, рәүиз мәғлүмәттәре һәм хужалыҡ кенәгәләре нигеҙендә төҙөйбөҙ.
I быуын
1. Туҡһаба
II быуын
2.1 Мөйтән
III быуын
3.2 ...[17]
IV быуын
4.3...[18]
V быуын
5.4 Тоҡмансыҡ
VI быуын
6.5 Аҡмансыҡ
VII быуын
7.6 Ҡошйетәр
VIII быуын
8.7 Атйетәр
IX быуын
9.8 Атай
X быуын
10.9 Турытай
XI быуын
11.10 Яҡшытай
XII быуын
12.11 Бүләкәй
XIII быуын
13.12 Муллаҡай
XIV быуын
14.13 Санжаб
XV быуын
15.14 Дәүләтбай
XVI быуын
16.15 Ғәбдел-Мөьмин (1774–1858)
17.15 Ҡабил (1778–1854), уның ҡатыны Шәрифә (1791 йылғы)
XVII быуын
18.16 Ишмөхәмәт (1799 йылғы), уның ҡатыны Йәнбикә Ҡужина (1810 йылғы)
19.16 Сәфәрғәле (1804 йылғы), уның ҡатыны Хәбибъямал Ибраһимова (1813 йылғы)
20.16 Ғәбделмотталип (1811–1854)
21.16 Мозафар (1817 йылғы) – виц-урядник, уның ҡатыны Мөғлифә Йәнтимерова (1818 йылғы)
22.17 Мөхәмәткирәй (1847 йылғы)
XVIII быуын
23.18 Мөхәмәтхәсән (1833 йылғы), уның ҡатыны Биксолтан Йәнтимерова (1839 йылғы)
24.18 Мөхәмәтсадиҡ (1837 йылғы), уның ҡатыны Сәхипъямал Сурағолова (1841 йылғы)
25.19 Мирғәле (1852 йылғы)
26.19 Өм(м)өкамал (1854 йылғы)
27.20 Бибиғәйшә (1846 йылғы)
28.20 Рамаҙан (1848 йылғы) — күсереп яҙыусы.
29.21 Фәғилә (1846 йылғы)
30.21 Бибихәҙисә (1857–1860 йылдарҙа тыуған)
1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Солтанбай ауылында Дәүләтбаев Хәбибҡолдоң ике кешенән торған ғаиләһе йәшәгән[19]. 1935 йыл өсөн[20] хужалыҡ кенәгәһендә Дәүләтбаев Хәбибҡолдоң ғаиләһе Солтанбайҙа 78-се һан аҫтында теркәлгән. Кенәгәнән шул билдәле: Хәбибҡол — 1897 йылғы, уның ҡатыны Мәғфиә — 1907, ҡыҙы Гөлнур 1931 йылғы. 1936 йыл өсөн[21] хужалыҡ кенәгәһендә Дәүләтбаев Хәбибҡолдоң ғаиләһе Солтанбайҙа 77-се һан аҫтында теркәлгән. Был кенәгәгә ярашлы, ғаилә сығышы менән ярлы ҡатлам кешеләренән торған. Хәбибҡол «Ҡаһарман» колхозының ағзаһы булған һәм кладовщик (келәттә эшләгән кеше) булып эшләгән, ә ҡатыны хужабикә булған. Ғаилә составында шулай уҡ Хәбибҡолдоң Лотфия исемле ҡатыны (1909 йылғы) күрһәтелгән. 1937 йыл өсөн[22] хужалыҡ кенәгәһенә ярашлы Хәбибҡолдоң ғаиләһе 74-се һан аҫтында теркәлгән. Колхозға инеү датаһы 1929 йыл тип күрһәтелгән. Ғаилә составында ҡатыны Лотфия (1909 йылғы) һәм улы Булат (1937 йылғы) күрһәтелгән. Мәғлүм булыуынса, Булат етем үҫкән һәм ҙурайғас ауылдан сығып киткән. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
P.S. Әгәр был мәҡәләне Дәүләтбаевтарҙың нәҫелдәре уҡып сыҡҡан булһа, улар минең менән киләһе адрес буйынса әйләнешкә сыға ала: searchgens@yandex.ru. Уларға уларҙың шәжәрәһенә бәйле булған документтарҙың күсермәһен тапшырырға әҙермен.
Ырыҫҡолов Радик
[1] Западные башкиры по переписям 1795–1917 гг. Асфандияров А.З., Абсалямов Ю.М., Роднов М.И. – Уфа: Китап, 2011. – 712.
[2] Ҡулъяҙманың һүрәтләмәһе тарих фәндәре кандидаты Васильев И.М. тарафынан әҙерләнә. Биттәрҙең нумерацияһы һүрәтләгән саҡта ҡуйып сығылған.
[3] Византия императоры.
[4] Бында Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ күҙ уңында тотола.
[5] Русса яҙылған.
[6] Тәлим — «күп» тигән мәғәнә биргән боронғо төрки һүҙе. Хәҙерге башҡорт телендә ҡулланылмай. «Күб-тәлим» йәғни «ныҡ күп».
[7] Дим — өгөт-нәсихәт.
[8] Ҡиссә — ҡисса.
[9] Юл диагональ рәүештә яҙылған. Иң өҫтәге юлдың аҙағынан башлана.
[10] «Мирйәнде» тигән вариант бар.
[11] «У»-ның Рамаҙандың тамғаһы булыуы мөмкин.
[12] Кузеев Р.Г. Башкирские шежере. Башкирское книжное издательство. 1960 г. с. 81.
[13] Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттар тарихы (автор ҡулъяҙмаһынан тәржемә). — Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 304 бит.
[14] БР-ҙың Милли архивы. Ф.И-138. Оп.2. Д.146. Л.402–406.
[15] БР-ҙың Милли архивы. Ф.И-138. Оп.2. Д.704. Л.239–254.
[16] Ислам тарихын өйрәнеү фәненә ярашлы, Нух пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) өс улы булған, һәм уларҙың береһе — Йәфес. Риүәйәттәргә ярашлы, Йәфестең улы Төрк булған.
[17] Үҫәргән исеме яҙылған. Ләкин был исем шәжәрәлә һыҙып ташланғанға күрә, ул исемлектә килтерелмәй.
[18] Исем аңлайышһыҙ яҙылған. Мирйәнде булыуы мөмкин. Ләкин был исем дә шәжәрәлә һыҙып ташланғанға күрә, ул исемлектә килтерелмәй.
[19] БР-ҙың Милли архивы. Ф.Р-472. Оп.1. Д.556. Л.87.
[20] Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының архивы. Ф.96. Оп.1. Д.2.
[21] Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының архивы. Ф.96. Оп.1. Д.4.
[22] Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының архивы. Ф.96. Оп.1. Д.5.