Найти в Дзене
Новости

Мейегә нисек массаж эшләргә☺

Мейегә нисек массаж яһарға?

Башың эшләһен тиһәң, мейене гел сарлап торорға кәрәк. Бының өсөн ябай күнегеүҙәр ярҙам итер.

• Теш таҙартыуҙы, кейемдәге төймәне эләктереүҙе, клавиатурала хәрефтәр йыйыуҙы ваҡыт-ваҡыт һул ҡул менән башҡарығыҙ. Һулаҡайҙар, киреһенсә, уң ҡулды эшкә екһен. Шулай итеп, уң яҡ ярымшар хәрәкәткә килеп, ижади һәләтегеҙ артыр.

• Көн һайын 2-3 минут дауамында ауыҙ эсен һыу менән сайҡау мейегә массаж яһаған кеүек тәьҫир итә. Уйлау, фекер йөрөтөү әүҙемләшә.

• Фатирығыҙҙа йәки йортоғоҙҙа бер нисә минут күҙҙе йомған килеш йөрөһәгеҙ, баш мейеһенең «ҡатып ҡалған» өлөшө лә эшләйәсәк.