🔥🔥🔥Һөйөнсө!
Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы яңынан баҫылды! 👏👏👏
Ә тиҙҙән беҙҙең театр сәхнәһендә донъя күрәсәк!!!
Ошо уңайҙан "Бөйрәкәй" романына бәйле бер тарихты теркәп ҡуям 😊🤭
🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥🔥
Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы тураһында...
(дауаханалағы күршем Зифа апай һөйләгәндәрҙән)
- Шул роман сыҡҡас, "эй, ҡыҙғаныс, уҡы әле шуны", тиҙәр, китапханаға барып һораным, юҡ, тинеләр. Унан-бынан һораным, береһендә лә тапманым. Бер мәл үҙебеҙҙең Урғаҙа баҙарында йөрөп ятһам, теге китап һатыуҙа ята. Кеҫәлә аҡса юҡ. Китап һатыусынан һорайым: "Бир әле шул китапты бурысҡа, өскә бүлеп түләрмен" - тим. Миңә ҡарап торҙо ла: "Һуң, Зифа апай, 150 һум тора, шулай ҙа аҡсаң юҡмы ни?"- ти. "Юҡ шул, совхозда һаман бирмәйҙәр бит" - тим. "Ярай, улай уҡығың килгәс, ал, әйҙә" - ти. Китапты ҡулыма алып, шатланып ҡайтып киттем. Өйгә ҡайтҡас, китапты уҡый башлаған инем, бер апайым: "ярай, һинең ваҡытың юҡ, тәүҙә мин уҡыйым" - тип алып ҡайтып та китте.
Мин совхозға бухгалтерияға индем: "Китап алам, миңә 200 һум аҡса яҙып бирегеҙ" - тим. "Кит, юҡты, аҡса әрәм итеп, тапҡанһың нимә алырға" - тип сығарҙы бухгалтер. Шулай ҙа күңелем төшмәне - китапты бурысҡа алдым бит инде, ул китап ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылып ята, хатта исемлек төҙөнөм - китаптың кемдә икәнен онотоп ҡуймайым, тип.
Бер көн яҡын әхирәтем килеп инде, ҡулдан-ҡулға байтаҡ ҡына йөрөп алған китабымдың тәүге биттәрен уҡып ултыра инем. "Нимә уҡыйһың?" - ти был. "Бөйрәкәй" - тим. "Ҡайҙа миңә бир, минең ваҡыт күп, как раз гуртҡа төштөк, шунда уҡырмын" -тип, өҙмәй ҙә ҡуймай, китабымды алып ҡайтып китте. Ул арала Урғаҙаға барған һайын ҡайҙа 30, ҡайҙа 50 һумдан тигәндәй, китап өсөн бурысты түләп бөттөм. Әхирәтем китабымды алып килде: "Нәкәнис ҡайтты китабым" -тип уҡый ғына башлаған инем, булманы - ауылдағы еңгәйем алып ҡайтып китте китапты. Ул уҡып бөтөүгә, теге әхирәтем "Китабыңды бир әле, ирем менән ҡыҙым уҡый" - тип, ай-вайыма ҡуймай тағы китабымды алды...
Бер мәл миңә ҡунаҡтар килгән ине, әлеге әхирәтем инеп килә. "Шымыраҡ бул, әйҙә күтәрмәлә һөйләшеп ултырып торайыҡ, ҡунаҡтар йоҡлай, уятмайыҡ" - тим. "Ә, мине күпһенәһеңме, шулай ҙа былай" - тип мине пыр туҙып әрләп, сығыуға табан китте. Мин дә уның әр һүҙҙәренән туйып бөткәнмен, шуға күрә: "Етте, әхирәт күлдәге туҙҙы, башҡаса килеп йөрөмә, китабымды килтереп бир!" - тинем.
Беҙ өсөнсө синыфта уҡығанда фотолар бирешеп уның менән әхирәт булыштыҡ, һуңынан күлдәк кейҙергән инем, шуға шулай тинем инде.
Әхирәтем миңә ҡараны ла, ҙур бармағын ике бармағы араһына ҡуйып кукиш күрһәтеп: "Бына һиңә китабың!" - тип ҡапҡамды шартлата ябып сығып китте. Шулай итеп, әхирәт күлдәге лә, китап та туҙҙы. Йәл, бурысҡа алып, ыҙалап ҡына бүлеп түләп тә, үҙем уҡый алманым мин ул "Бөйрәкәй"ҙе...
- Ярай, Зифа апай, икенсе йыл ул "Бөйрәкәй"ҙе беҙҙең театр ҡуя бит, спектаклен ҡарарһың...- тинем инде мин.