Найти в Дзене
"Аманат" журналы

Хәким Мортазин бала саҡта ныҡ оялсан булған

Ҡыҙы аптырап, әсәһенән һораған: «Нишләп Ҡыш бабайҙың эсендә атайымдың тауышы ишетелә ул?»

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. 1992 йылда Яңыбай урта мәктәбен, ә 1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла.

Ысын Ҡыш бабайҙың Башҡортостандағы “ышаныслы” Ҡыш бабайы кем тип уйлайһығыҙ, балалар? Ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы, ҡупшы тунлы, бүләк-күстәнәстәр тулы тоҡ аҫып Яңы йыл шыршыһында Башҡортостан балаларына байрам шатлығы өләшеүсенең исеме нисек икән? Баһадир һынлы, хатта ололар ҙа ысын Ҡыш бабай икән тип ҡабул иткән был ағайҙы белмәгән кеше юҡтыр. Ул – комик ролдәре менән тамашасыһының күңелен яулаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Хәким Мортазин! Инде егерме йылдан ашыу ошо образда балаларға ғына түгел, ололарға ла байрам кәйефе бүләк итә.

Балаларығыҙ кескәй саҡтарында аталарының Ҡыш бабай булып сығыш яһап йөрөүен һиҙҙеләрме икән?

– Хәҙер балаларыбыҙ (ҡатыны Айгөл Феликсовна Әбдрәшитова, Башҡортостан телевидениеһында режиссер) – Динислам, Ихсан, Аҡйондоҙ – күптән «Ҡыш бабайға ышана торған» йәштән уҙған. Мин был образда эшләй башлағанда Динислам Ҡыш бабайҙың мөғжизәләренә ышаныу йәшенән үткән ине инде. Ә бәләкәй Ихсан менән Аҡйондоҙҙоң әкиәткә, бөтөн теләктәрҙе үтәй алған Ҡыш бабайға иң ныҡ ышанған мәле ине. Сабыйҙарым атайҙарының ап-аҡ һаҡаллы, күстәнәстәр тулы ҙу-у-ур тоҡ тотҡан йомарт ҡартҡа ҡатнашлығы бар тип күҙ алдына ла килтермәгәндер. Өйҙә быны ҡаты сер итеп һаҡланыҡ.

Улар үҙегеҙ ҡатнашҡан тамашаларға барғандарҙыр бит?

дауамы: https://amanat.rbsmi.ru/articles/bild-le-keshel-r-e-bala-sa-y/H-kim-Mortazin-bala-sa-ta-ni-oyalsan-bul-an-369780/