Нимә ул бәхет ? Бәхетле булыуҙы һәр кем үҙенсә аңлайҙыр.Был темаға мин күптән уйлап йөрөһәм дә , яҙырға ҡыйыулыҡ туплай алмай йөрөнөм ошоғаса.
Мин кешеләр менән күп аралашам , күп һөйләшәм .Күптәр миңә үҙ хәлен һөйләй , серҙәрен сисә.Әллә күпме серҙәрҙе һаҡлаусы серле һәм бикле һандыҡ та әле мин.
Ышанып тапшырылған серҙәрҙе доньяға сәсергә уйымда юҡ.
Ләкин , мине уйланырға мәжбүр иткән хәлдәр донья тулы икән.
Ун ике йыллап ваҡыт үткәндер.Розалиәм мәрхүмәкәйем бар ине. Нурсиләм бәләкәс кенә ине. Бер танышым үҙенә ҡунаҡҡа эй саҡырҙы ,эй саҡырҙы.Бара алмай ҙа ҡуям.Был саҡыра ла саҡыра.
Минең балалар күмәк , аҡсаның да төрлө сағы була , алама ғына өйҙө ҡоршап , һылап һыйпап ҡына йәшәп ятыла.
Ә әхирәтемә яҡын барырлыҡ түгел.Үҙе за рулем йөрөй , крутая тачка , стильная одежда , модная прическа , аҡса ҡом шикелле.Үҙе миңә нотация уҡып уҡый.Бына һин тормоштоң ҡәҙерен белмәйһең ! Киләсәк менән түгел , ә бөгөн йәшәп ҡалыр кәрәк,бөгөн !
Бөгөн нисек йәшәп ҡалырға икән ул күмәк балалы әсәйгә ? Береһенең итеге туҙған , икенсеһен уҡырға индерер кәрәк ,өсөнсөһөнә дарыу кәрәк ауырыуҙан башы сыҡмай. Кере өйөлә , тауыҡ сүпләһәң дә бөтмәҫ эше күп доньяның. Шул саҡта әхирәтемә күҙем ҡыҙып ҡараным , үҙемде бәхетһеҙ итеп тойғаным әле лә иҫтә.Ул ҡайтып киткәс ир менән ирешеп талашып та алдыҡ әле. Һиңә сығып ғүмерем заяға үтте фәлән төгән . Уныһы , еще не поздно тормошоңдо үҙгәртергә , тап һәйбәт ирҙе тип яуаплай.
Ҡалаға барҙыҡ беҙ ике ҡыҙымды эйәртеп әхирәтемә ҡунаҡҡа.Розалиәмде эйәртеп ,Нурсиләмде етәкләп.Көндөҙ үҙ йомошобоҙҙо йомошлап бөтөп ,кискә ҡарай ғына әхирәттең ҡапҡа төбөнә барып йығылдыҡ.Телефондан хәҙер ҡайтам тигән әхирәт , ҡараңғы төшкәнсе ҡайта алманы.Автобустар йөрөүҙән туҡтаны.Кире ҡайтып та булмай.
Бейек күк.кә олғашҡан ҡапҡалар алдында аптырашып торабыҙ.Розалиәм әйткән була.
- Әсәй , был йортҡа беҙҙе индерерҙәр тип уйлайһыңмы ?
- Саҡырҙы ла баһа , тием моңһоҙ ғына.
- Ҡурҡыныссы. Әллә нисек күңел тартмай.Ниндәй кешеләр йәшәй икән бындай өйҙә?- ҡыҙым аптырап бөтә алмай һаман.Ҡапҡалағы төймәгә баҫтыҡ. Лауылдап эт өрә башланы.Бер ҡыҙ бала сәсе ялбырап ҡапҡаны асты.
- Че надо? Родителей нет дома, тине лә ҙур ҡапҡаны шапылдатып япты.
Шул саҡ күрше йорттоң ҡаршыһында арыуыҡтан бирле беҙҙе күҙәтеп һөйләшеп тороусы ике әбей беҙҙең янға килделәр.Энәһенән ебенә тиклем һорашҡас береһе беҙҙе үҙенә саҡыра башланы.Әхирәттең ҡайтыуына өмөт өҙөп , изгелекле әбейгә эйәрергә генә торғанда ,елп итеп крутой машина килеп туҡтаны.Һаулыҡ һорашып ул был иткәс , һаман беҙҙе күҙәтеп торған әбейҙе ҡыуып ҡайтарҙы әхирәт.
- Беҙҙе йоҡларға алып ҡайтам тигәйне, тием.
- Нишләп минең ҡунағымды ул алып ҡайтырға тейеш ул ? Аҙаҡтан мине яманлап һөйләргәме ? Күралмайҙар,бай булғанды күралмайҙар, әхирәт күршеләренә зарланды.Ҡыҙын әрләп шау шыу ҡуптарҙы,нишләп индермәнең,ана хәҙер күршеләр ғәйбәт һөйләр инде.һб
Сәйгә ултырғас та тормошона зарланды.Арлы бирле үҙем апарған күстәнәстәр менән сәй эстек.Шат йылмайып ҡайтып ингән ирен пыран заран килтереп әрләп ташланы.Уныһы тамағына ла ашамай әллә ҡайҙа сығып юғалды.Аҙаҡ белдем,гаражда йоҡлаған икән.Төнө буйы әхирәтем ауырыны астма икән.Уны йәлләп йоҡлай алмай янында ултырып таң аттырҙым.Их, ҡулымдан килһә ине лә һуң , ярҙам итергә.
Иртәгәһенә тағы иреш талаш ҡупты.Һиҙеп ҡалдым ирен минән ҡыҙғанғанын.Иҫем китеп аптыраным.Хәтерем ҡалды.Ирһеҙ ҙә түгелмен , еңел холоҡло ла түгелмен , ҡыҙғанырлыҡ сәбәп тә булманы.
Ике ҡатлы шаулап торған доньяла ла кеше бәхетле йәшәй белмәй икән.Шунда бик яҡшы аңланым бәхет байлыҡта ла , аҡсала ла түгел икәнен.
Иртәгеһенә бер сынаяҡ сәй ҙә эсермәй ,төҫө ҡасҡан әхирәттең күҙенә йылмайып ҡарап хушлаштым.Ҡайтып үҙемдең алама өйөмдөң тупһаһын ашаҡлағас күңелем күтәрелде.Мин бәхетле , мең тапҡырҙар бәхетлерәк тигән уйҙар мине күктәргә күтәрҙе.Сыр сыу килеп балаларым ҡосағыма атылды.Ауыҙы ҡолағына етеп ирем ҡаршы сыҡты.Тағы ниндәй бәхет кәрәк һуң кешегә ?
Әхирәт башҡаса килмәне.Мин дә барманым. Юғалтыштыҡ.
Шул аҡса етмәүҙең касафаты инде.Бер айҙа светкә түләй алманыҡ.Электриктары ла әҙер генә тора бит әле , килә һалып ҡырҡып та киттеләр.Эй,ярар ҙа.Йәшәрбеҙ әле.Ундай бындай ваҡ төйәк.кә артыҡ иҫем китә торған ғәҙәтем юҡ.Бер ай ҡараңғыла ултырҙыҡ,ҡасан түләп светте тоҡандырғанса.Йәй ине.Алайҙа ҡаҙанлығым бар. Ашты ла пловты ла май икмәк пирожки ҡоймаҡты ла ҡаҙанда бешерәм.Самауыр ҡайнатам.Икмәк , пирогтар тыштағы мейестә бешә.
Кис етһә май шәм яғып сәй эсәбеҙ.Ҡыҙҙарым көлә,ужин при свечах тип.Ысынлап та , кемгә эләгә әле ул ужин при свечах ?
Өс май шәмде яғып ҡуябыҙ.Ҡыҙҙар өҫтәлгә сәй ултырта.Ҡомалаҡ икмәгенең еҫе танауҙы ҡытыҡлай , тәмле картуф бешкән , самауыр күңелле сыжылдай,ҡыҙҙарым сырҡ сырҡ көлөшә көлөшә хәбәр һөйләшеп күңелле генә гөрләшеп сәй эсеп ултырабыҙ.
Шул саҡ иҫерек , сәсе башы туҙған ҡатын килеп инде.Бауылдап барып ирҙе ҡосаҡлай , араҡы таптыра.Ул сығып китте.Ҡыҙымдың әйткән һүҙҙәрен әле булһа онота алмайым.
- Әсәй,ҡалай ҡыйын ул апайҙың ҡыҙҙарына. Мин бәхетлемен әсәй! Ошолай шәм яҡтыһында сәй эсеп ултырһам да мин бәхетлемен.Алайҙа ғына минең әсәйем һин булғанһың.
Нурсиләм ул ваҡытта нисәлә уҡығандыр.Мине ҡосаҡлап ҡыуана ҡыуана бәхетлемен тиеүе минең күңелемдә мәңгелек.кә уйылып ҡалды.
Ысынлап та, һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай.
Мин үҙемдең балаларым менән бәхетлемен.
Аяғымда йөрөй алам икән , ҡулдарым эш белә икән был минең өсөн ҙур бәхет.
Бөгөнгө таңды имен һау аттырҙым икән - был иң ҙур бәхет.
Дуҫтарым, әхирәттәрем ҡунаҡҡа килде.Үҙҙәре саҡырҙы.Гөрләшеп һөйләшеп ултырыу - ҙур бәхет.
Сәскәләрем сәскә ата башланы , эй ҡыуанам - был да бер бәхетле миҙгел.
Көнө төнө заказға икмәк бешереп арыһам да ризамын.Мине эшкә һанап заказ яһаусы ауылдаштарыма рәхмәтлемен.Кемгәлер файҙам,ярҙамым тейә икән - был да ҙур бәхет.
Үҙеңде бәхетле итеп тойор өсөн әллә ниҙәр эшләү ҙә, байлыҡ та ,аҡса ла кәрәк түгел тип уйлайым.
Бары тик тыныс күңел менән йәшәргә.
Башҡаларға яҡшылыҡ өләшергә.
Һәр бер ваҡ төйәккә лә ҡыуанырға,шатланырға.
Үҙеңде бәхетле итеп тойорға.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, төркөмдәштәр?
Миңзифа Ҡашҡарова