Нимә ул талант ? Кем нисек уйлай ? Бөтәһенә лә биреләме ул ?
Белеүегеҙсә алты бала тәрбиәләп үҫтереүсе әсәмен.
Алты бала. Бер ҡарында яралып, бер ғаиләлә үҫһәләр ҙә, алтыһы алты төрлө.Төҫкә башҡа оҡшаш булһалар ҙа , холоҡтар төрлө, теләктәре һәм хыялдары башҡа, уй фекерҙәре һәм тормошҡа ҡараштары һәр береһенеке айырым.
Ғаиләләге иң ҙур бала Фәнүр улыбыҙ.Илаҡ булды тыуғанда.Иркә булды.Тиктормаҫ , йүгереп йөрөй. Үҫә килә таланттары асыла башланы.Ҡурай уйнарға теләге ҙур ине.Беренсегә бармаҫтан ҡурай мәктәбенә барҙы.Уҡытыусыһы Мансур Баязитов бер йыл эсендә бер класҡа юғары ултыртты.Башҡалар ике йыл өйрәнгәнде,минең балам бер йылда үҙләштерҙе.Әллә күпме конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яуланы,дипломдары бүләктәре донья тулып ята.Һәр бер конкурсты тәпсирләп яҙа башлаһаң бигерәк оҙонға китә.Телевизорға ла төштө.Концерттарҙа ла ҡурай менән сығыш яһаны күп тапҡырҙар.
Бейеүгә лә йөрөнө.Күмәк бейеүҙә лә икәүләп тә күп бейенеләр.Фәнүз дуҫы менән икәүләп бейегән ҡалмыҡ бейеүен күптәр онота алмайҙар.Концерт булһа тағы бейеһендәр әле тип һорайҙар.Үҙем дә шул бейеүҙе яратам инде.Шул тиклем матур бейейҙәр.
Бер йылды урамдар концерт ярышы уҙғарылды.Ул саҡта ауыл шаулап торғандыр ул. Юлдыбайҙа бөтә кеше талантлы икәнен шунда белдек.
Беҙҙең урамдар өлкәнерәк ҡатын ҡыҙҙарға "Шәл бәйләнем " бейеүен һалды Сәжидә апай.Йәштәргә мари парлы бейеүен өйрәтте.Эй шул бейеүҙе онота алмайым! Үәт, бейенеләр исмаһам! Бейеү шәп ! Бейеүселәр тағы ла шәберәк.Өйрәтеүселәре Сажидә апай иң юғары маҡтауға лайыҡ.Унда ла минең улым бейене.Йәшерәк саҡта балалар концертта ҡатнашһа йәки берәй конкурстарҙа еңһә , эй ҡыуанып башты юғары күтәреп йөрөлә ине.Хәҙер тынысыраҡмын.Эстән генә уҡынам да ултырам: күҙ теймәһен , яман күҙҙәрҙән һаҡла Хоҙайым,алама телдәрҙән арала һб.Кеше маҡтаһа ла артыҡ ҡупыраймайым, ғүмерле булһын һау булһын тиеүҙән артыҡ уҙмайым.
Йырлау һәләте лә бирелгән минең улыма.Концерттарға ла гел барып булмай бит.Бармаһам кеше эҙләй икән мине.
- Фәнүр инде матур йырланы.Нишләп килмәнең ул?
Интермедиялар ҡуйғанда кешене көлдөрөргә лә аптырамай.Гитарала уйнай. Спектакльдәрҙә рольгә инеп килештереп уйнай.Әртис инде , әртис.Туйҙарҙа уға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмай , бөтә ҡыҙҙар тиерлек йоҡонан яҙа.
- Бөгөн алам тиһәң , бөгөн үк кейәүгә сығам һиңә, тип ҡыҙҙар үҙҙәре тәҡдим яһай.Өйләнергә ашыҡмай бит.
Хәҙер инде йәш тә бара. Егерме һигеҙен дә тултырҙы.
Спорт менән шөғөлләнде.Футбол инде уның ауырыуы.Ярыштарҙа алған грамоталары бер роман китабына торошло.Миҙалдары,бүләктәре иҫәпһеҙ.Футболист булам тигән баламдың теләгенә ҡаршы төшмәһәм,кем белә, бәлки был ваҡытта билдәле футболист та булып киткән булыр ине.
Бер минут та буш ваҡыты булманы.Уҡыуҙан ҡайта ла, конкурс,репетиция,тренировка тине лә сапты. Эйе.Улым менән ғорурланыуым сикһеҙ.Беҙ әсәйҙәр бөтәбеҙҙә шундай уллы булырға теләйбеҙ.Балабыҙҙы этеп кенә торабыҙ.Йөрөһөн,ҡатнашһын һб.Урындар яулаһын , башҡаларҙан юғарыраҡ булһын.Әлбиттә ,балаңдың шулай универсаль булыуы шатлыҡ.Тик ул бала тоже беҙҙең кеүек кеше лә баһа.Ул да арый,йонсой.Минең балам да армиянан ҡайтҡас һүрелде.Һирәк мирәк саҡырһалар концерттарҙа ҡатнаша.Нишләп бармайһың тиһәм,бәләкәй саҡта күп йөрөнөм.Арыным мин , туйҙым, бүктем сәхнәнән тип яуаплай.Ысынлап та шулайҙыр.Ярар ҡалай булһа ла балам һау йөрөһөн.
Ҡыҙым Розалиә мәрхүмә тыныс булды. Зирәк,үткер.Садикта йөрөгәндә үк шиғырҙарҙы сатната ятлап торор ине.Һаҡау ҙа булманы ул,ҡырҡып һөйләшеп йөрөнө.
Бер яңы йылда дүрт йәш инеме икән.Ҡыш бабай,йә балалар кемегеҙ шиғыр һөйләй, кем йырлай тигәйне,минең балам сыҡты.Ҡурҡып киттем,шиғырҙа йыр ҙа өйрәтмәгәйнем.Нишләргә уйлай икән.
Пар алма тигән йырҙың популяр сағы.Эй,яратмайым шул йырҙы нишләптер.Телевизорҙа ла көнө төнө шуны йырлайҙар, радионы асһаң да шул, ҡунаҡта ла әйләндерә лә шуны йырлайҙар , әйләндерә лә шуны йырлайҙар.Хәҙер ҙә яратмайым шул йырҙы. Розалиәмә оҡшай бит шул йыр.Һүҙҙәрен дә отоп алған.Ҡыш бабайға йырланы шул Пар алманы.Балалар талашып тора , мин йырлайым да мин йырлайым тип.Минең балам тағы сыҡты.Инде нимәшләр икән тип көтәм.Тағы шул Пар алманы йырланы.Өсөнсөгә сыҡты.Кеше көлә килеп тороп.Баламдың иҫе лә китмәй тағы шуны йырланы.
Ҙурая килә сәхнә тип һаташа башланы.Йырлағым килә тип.Хәҙер иҫкә төшһә үкендерә.Баламдың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам да итмәгәнмен шул.Ул саҡта хәҙерге һымаҡ интернет шәп түгел ине әле.Йыр эҙләп табыуы бер бәлә.Онотҡанмын әсәйҙәр байрамынамы әллә һигеҙенсе марттамы икән, Әсәй тигән йырҙы йырлайым тип саҡ табып алып өйрәнгәйне.Ул йырҙы бер йырлағандыр.
Драмтеатр кружогына йөрөйөм тип әллә күпме йөрөнө.Алмай ҙа ҡуялар.Әхмәт ағайҙы ике йыл баҫтырҙы,драмтеатрға алығыҙ тип.Ярар алырбыҙ тиҙә онота ла ҡуя.Ҡыҙым ҡайта ла илай.Иртәгәһенә тағы бара.Шулай йөрөй торғас,Илдар Исламголов эшкә килде клубҡа.Әхмәт ағай ебәргән баламды Илдарға.Илдарға ҙур рәхмәттәр уҡыйым , бер һүҙһеҙ алды.Бөйөк Еңеүҙең йыллығына Бисәкәй тигән спектакль әҙерләнеләр.Төп рольде Розалиәгә бирҙе.Ул спектакль менән күрше ауылдарға ла йөрөнөләр.Бөтәһе лә матур уйнаны.Спектакль аҙағынан Әхмәт ағай маҡтаны ҡыҙымды.Уҡытыр кәрәк был ҡыҙҙы,талант бар ,юғалтырға ярамай тигән булды.Үҙенә лә әйткән.Инде ҡыуанып, ҡанатланып йөрөнө.Әхмәт ағайыбыҙ үҙе лә талант эйәһе ине.Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы.Эй,шаян да булды үҙе.Осраған һайын шаяртып һүҙ ҡуша.Ситкәрәк китеп булһа ла яҙып үтәйем әле.Бер шулай,Фәнүр Уфала гимназияла уҡып йөрөй. Таксилар йөрөмәгән ваҡыт.Автобусҡа оҙатып сыҡтым.Әхмәт ағайҙа Уфаға китеп баралыр, ҡатыны Гөлсәсәк Хасановна оҙата сыҡҡан.Һаулыҡ һорашып , хәл әхүәл белешкәнсе автобус килде.Улым менән ҡосаҡлап һаубуллаштыҡ та ул автобусҡа инеп китте.Унан артта торған Әхмәт ағай, ярай һау булып тор тип мине ҡосаҡлап һаубуллашты ла инеп китте автобусҡа.Үҙе көлә.Гөлсәсәк Хасановна йылмайып тик тора.Гел шуны иҫләйем дә көлкөм килә. Ауыр тупрағы еңел булһын инде.Әхмәт ағайға бәйле хәтирәләр күп ул , берәй яҙылыр әле һау булынһа.
Розалиәм тере булһа кем белә инде, бәлки әртис тә булып китер ине. Шулай ҡыҫҡа ғүмерле булып ҡына тыуған ҡыҙымды һағынам.Үҙәктәрем өҙөлөп һағынам.
Өсөнсө балам Гүзәлиәм.Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта тиҙәр.Үҙем балаларымды айырмайым бер тигеҙ ҡарайым тиһәм дә, башҡаларына ҡарағанда ошо балам үҙәгемде нығыраҡ өҙә ине. Бигерәк йыуаш булды.Гел туҡмалып илап ҡайтты.Кешегә ылыҡманы.Кеше үҙе башлап һүҙ ҡушһа һөйләште,кеше һөйләшмәһә ул да яҡын барманы.Яҡшы уҡыны ул.Бала күңелен аңлаған от бога уҡытыусы тап килһә бәлки, ул да асылыр ине.Эсе тулы алтын булған һандыҡҡа асҡыс яратырҙай уҡытыусы табылманы ҡыҙғанысҡа ҡаршы.Кешегә бит күтәрелеү өсөн атай әсәйҙең хуплап тороуы ғына етмәй.Ситтән ,мәктәптән ,халыҡтан тоже әҙ генә иғтибар һәм йылы һүҙ кәрәк.Минең балама шул бәләкәс кенә поддержка булманы.Уҡытыусы гел зарланды,Гүзәлиә актив түгел,дәрестә ҡул да күтәрмәй.Дәресен әҙерләмәйме,дәрестә тыңламаймы тип һорайым.Юҡ, эшләй ул,һораһаң яуап бирә,дәресте аңлай вис белеп ултыра үҙе,һөйләшмәй бит.Шунда ныҡ асыуланғайным.Һөйләшмәһә ней, белеп ултырғас етмәйме ни тип.Дәрес әҙерләргә ҡалалар.Дәрес әҙерләткән уҡытыусы Гөлмирә апай , Гүзәлиә эргәмдән китмәй ти торғайны.Хәҙер ҙә беҙ дуҫ булдыҡ тип хәтерләй.Уға асылған бит балам.Тимәк, Гөлмирә апайҙа күңел һандығын асырлыҡ асҡыс булған.
Йыр, бейеүгә ынтылышы булманы уның.Яҙа йоҙа баскетболға йөрөнө.Күбеһенсә яҙып, һыҙып,һүрәт төшөрөп ултырыр ине. Тегеүгә,бәйләүгә оҫта ине.Һүрәт төшөрөүе ябай һүрәт кенә түгел ,художник ине ул.Ҡыҙғаныс.Һүрәттәрен һаҡлай алмағанбыҙ,юғалдылар.
Балам иҫемә төшһә күҙҙәремә йәш тула,йөрәгем алҡымыма тығыла.Ныҡ үҙенсәлекле кеше булды ул.Һаҡлай ғына алманыҡ.Хәйер,кешене үлемдән йолоп алып ҡалырлыҡ көс ҡөҙрәт атай әсәйҙең ҡулында түгелдер шул.
Сибайҙа уҡып йөрөнө. Мине иң әсендергәне , нишләп ҡала балалары шул тиклем жестокийҙар ул? Монстрҙар.Ғәфү үтенәм конечно.Тәмәке тарталар икән,тартһындар.Эсәләр икән,эсһендәр.Бай,семьялы ирҙәрҙе аҙҙыралар икән,аҙҙырһындар.Тик үҙҙәре генә.Ауылдан килгән, төҫ башы менән дә холҡо менән дә кейеме менән дә үҙҙәренән мең тапҡыр айырылып торған саф ҡыҙҙарҙы юлдан яҙҙырыуға көс түкмәһендәр ине.
Гел ҡала ҡыҙҙарынан торған группаға эләкте.Улар янында минең балам белая ворона ине.Ишекте шарт тибеп асып ябып инәләр,дәрестән сығып китһәләр ҙә һүҙ юҡ.Уҡытыусылар улар алдында үҙҙәре ҡалтырап тора.Ты что, кемеһенеңдер әсәһе ,кемеһенеңдер атаһы юғары урын биләй. Нимә ҡыланһалар ҙа түҙергә.
Бер төркөм ҡыҙҙар ҡыҙымды тәмәке тартырға,араҡы эсерергә маташҡандар.Күмәкләп ауыҙына араҡы ҡойғандар.Хатаға барырға саҡырғандар.Төҫ башҡа бигерәк матур ине шул.Косметика менән генә матур күренеп йөрөүселәрҙән мең тапҡыр артығыраҡ ине.Гүзәлиәм сей тиҫкәре холоҡло булды.Бармайым тиһә үлтерәм тиһәләр ҙә бармаясаҡ.Тәмәке тартманы,араҡыны ла эсмәне,гулянкаға ла алып бара алмағас күмәкләп туҡмағандар.Һыйҙырманылар.Үҙе тере булһа онотолор ине.Балам булмағас рәнйеүем бөтмәй ҙә ҡуя шул ҡыҙҙарға һәм уларҙы яҡлаған уҡытыусыларға.Аҙым һайын аяҡ сала башлағас , уҡыуын ташлатып ҡайтарғайным. Миңә берәүҙә аҡыл да өйрәтә алмай, ғәйепләргә лә хаҡы юҡ.Ҡарғамайым тик рәнйеүҙе юя алмайым.Минең балам ер аҫтында ята,ә теге ҡыҙҙар моғайн кейәүгә лә сыҡҡандарҙыр әсәй ҙә булғандарҙыр.Кешенең тормошон үҙгәртергә,кеше яҙмышына ҡыҫылырға бер кемдең дә хаҡы юҡ.Күңелем илай,бөтә йөрәгем әрней,рәнйей.
Диләм. Бәләкәстән ауырып үлә яҙып саҡ тере ҡалған балам.Тыныс,шым үҙ яйына тик кенә йөрөнө.Барлығы ла беленмәне.Сәхнәгә ынтылманы.Ләкин,ҡул эштәренә,аш һыуға оҫталарҙың оҫтаһы.Һау ғына булһын балам.Бәхетле булһын.
Нурсиләм. Ул инде актив кеше.Йүгереп йөрөй.Спорт менән шөғөлләнде.Ярыштарға йөрөнө.Призлы урындар ҙа алды.Драмкружокта ла йөрөнө.Бейей ҙә башлағайны.Дилә лә әҙерәк бейеп йөрөнө ул.Ташланы.Пианино,гимнастикаға йөрөнөләр.Нурсилә шиғыр һөйләүҙең оҫтаһы.Юлдыбайҙа ,Уфала үткәрелгән шиғыр бәйгеләрендә призлы урындар яуланы.Рәми Ғариповтың Яндырылмаған хаттар тигән шиғырые һөйләгәндә кешеләр илап ултырҙы.
Хәҙер ул да,арыным тип бөтә нәмәгә ҡул һелтәне.Сәхнә тиһәң, ҡаштары йыйырылып китә.Юҡ,әсәй, юҡ тип ҡулын һелтәй.
Бәләкәй саҡтан ныҡ актив балалар ҙурайғас шулай һүрелеп бөтә күбеһе.Шуға ла балаларҙы ныҡ егергә кәрәкмәйҙер тигән фекерҙәмен.
Был посты мин нимәгә яҙа башланым ?
Иң бәләкәсем бишенселә уҡый.Иркә лә әҙерәк капризный ҙа бала ул. Ниңәлер уҡырға яратмай.Беренсегә барғанда уҡ, мәктәпте кем уйлап тапҡан ,нимәгә уҡырға ул ? тигән бихисап һорауҙар менән башты ҡатыра торғайны.Мин уны бейеүгә алып барып ҡараным.Бейергә яратмайым тине.Йырларға ла яратмай.Сәхнә это не мое тип ебәрә ул.Баймаҡта ла уҡытыусылар хатта директор үҙе ҡаҡшата торғайны.Нишләп ҡыҙ баланың бер нәмәгә лә ҡыҙыҡһыныуы юҡ ул тип. Әгәр бала теләмәй икән , мин уны көсләп туҡмап йырлатып,бейетәйемме ней ? Хәҙерге мәктәптең позицияһын аңлап етмәйем.Балаларға белем биреү усағымы ул ? Әллә, йырлап бейегән актив балалары менән маҡтанып дан яулай торған урынмы? Күп ерҙә хәҙер показуха менән дан алыу модамы әллә?
Шул бала арҡаһында мин ,ялтырап торған дворец һымаҡ доньямды ташлап ауылдағы ярты емерек доньяма ҡайтып ултырам.Имен.но шул бала арҡаһында.Класс һыйҙырманы,издеваться иттеләр.Уҡытыусы ла директор ҙа үҙебеҙҙе ғәйепләне.Балабыҙҙы тәрбиәләй белмәгәнбеҙ икән.Хатта родительский праванан лишать итәбеҙ,судҡа бирәбеҙ тип. Шул баламды ҡарарлыҡ та хәлем юҡ,ауырыуҙан башым сыҡмай.Бала ас яланғас та түгел , мин урам буйындағы алкаш бисә лә түгел, мине лишать итергә.Кешеләр талаш,судлаш тиһәләр ҙә ҡул һелтәнем.Барыһын да Хоҙай үҙе ултырта урынына.Мәле еткәс.
Үҙ еремдә аяҡты ныҡ терәп йөрөй алам.Тип ҡайтып киттем ауылыма.
Кисә Рузиләм ҡайтып инде лә һорау ала.Әсәй нишләп мин бер нимәгә лә эшкинмәгән баламын ул? Бер ниндәй талантым да юҡ.Аптырап киттем.Кем әйтте улай тип , тип һорайым.
Уҡытыусылар ти.
Нишләп булмаһын һинең талантың.Бар.Һин иң талантлы бала тигән булдым.Художникһың.Скульпторһың.Һинең һымаҡ һындарҙы күптәр эшләй белмәй.Тегеүсеһең. Ҡоймаҡ ҡоя беләһең.Торттар бешереү оҫтаһыһың.
Йырламайым бейемәйем,активист түгелмен дә баһа.Булмаһаңсы.Бөтә кеше лә йырлап бейемәй.Һинең ҡулдарың алтын тием. Ҡыҙым ҡыуанып китте.
Ҡыҙым ҙурайғас кондитер цехы асырға һәм торттар бешерергә хыяллана.Ун бер йәшлек баланың шундай хыял йөрөтөүе насармы әллә яҡшымы, һеҙҙең хөкөмгә ҡалдырам.Минең өсөн балларым йәшәһендәр , һау булһындар.Кем булһалар ҙа. Таланттары булһа ла булмаһа ла иң мөһиме, кеше булһындар.Яҡшы кеше булһындар.
Миңзифа Ҡашҡарова