Үҙ проблемаларыма күмелеп , күҙгә аҡ ҡара күренмәй йөрөгәндә,әҙерәк кенә интернетҡа инмәй торғайным ,бөтә донья шау гөр килә имеш.
Сибайҙан бер ҡатын смс ебәрә лә ебәрә.Анау бер ҡара вирус килә тейме шунда.Миңә тимәһә йәшел вирус килһен тип әрләргә булдым баяғыны.Өлгөрмәнем.Заблокировать итеп тә ҡуйғандар үҙен.
Бәләкәй саҡта донья бөтә тип һүҙ таралғаны иҫтә ҡалған. Ныҡ ҡурҡа һәм ҡайғыра торғайным.Ләкин , донья бөтмәне.Аллаға шөкөр итәйек.
Әллә ниндәй имеш мимештәр күп булды бит.Бер йылды Ахырызаманды нисек ҡурҡып көттөк.Унан һуң Чупакабранан ҡурҡып кистәрен өйҙән сыҡмай яттыҡ.
Хәҙер инде , быныһы килеп сыҡҡан.
Ҡуйығыҙсәле ! Юҡ менән булмағыҙ.
Уҡыу йорттары , мәктәптәр ябылған карантинға тиҙәр.Уфалағы ҡыҙыма шылтыратам.
- Нусик,(Нурсилә) һеҙҙә лә колледжды яптылармы ул ?
- Нишләп япһындар ти , ҡыҙым аптырай.
- Һуң ,ауырыу таралған түгелме ?
- Әсәй , ҡуйсәле.
Ҡыҙым төндә ресторанда эшләй.
- Ә эштә нисек ?
- Нимә нисек ?
- Маска кейәһегеҙме ?
- Мамии , альяма әле. Кем беҙгә маска кейҙер