Өрәк тип ҡурҡтым...
”Өрәктәргә һунар итеүселәр” киноһын ҡарағандан һуң, миңә – 9 йәшлек малайға бөтә ерҙә лә өрәктәр күҙгә күренә башланы. Мин ялан-дала малайы. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы урманлы яҡта йәшәй ине. Мин ағайыма ҡунаҡҡа барһам, ауылдан ситкә сығырға ныҡ ҡурҡа инем. Ағас араһындағы төрлө януарҙар мине тотоп ашарға әҙер һымаҡ тойола ине.
Бер мәл ағайым мине күрше ауылға алып китте. Көтөүсе булып эшләгәнгә күрә, уның аты ла бар. Ағас тәгәрмәсле арбаға йәш үлән сабып һалып ултырып ун километр алыҫлыҡтағы күрше ауылға юлландыҡ. Юл ҡалын урман аша үтә. Ҡайынлыҡ һәм ҡарағайлыҡ. Барғанда ятып барҙым. Шул хәтлем күңелле булды. Ҡайтырға инде эңер төшөп килгәндә юлға сыҡтыҡ. Мин ағайымды, ат төндә күрә аламы, ҡайҙа беҙҙең фарҙар, тип маҙаһыҙлай башланым. Ҡурҡма, ат өйөнә юл таба ул, тип тынысландырырға тырышты ағайым. ДАУАМЫ https://amanat.rbsmi.ru/articles/k-l-m-st-r/mazharaly-bala-sa-y-y-ly-kh-tir-l-r/?clear_cache=Y