Найти тему
Дина Гаврилова

Стражник ҡыҙы

Начало

Ауыл яйлап йоҡонан уяна. Үҙе уянмай шикелле ул, быны әтәстәрҙең дәртле тауыштары, һыуға сыҡҡан ҡатындарҙың биҙрә сылтыратыуы, ҡойо сиртмәһенең шығырҙауы башҡара.

Аҙаҡҡы йоҡоһоҙ төн Әлтүкте бөтөнләй хәлһеҙләтте. Бер бейәне ҡолонлатып алғансы күҙ йоморға ла өлгөрмәне. Саҡ яҡтыра башлағанда, яңы тыуған ҡолонсаҡты был донъяға килеүе менән ҡотлап, үҙе тәрән йоҡоға талды. Ә алда тағы бер көн тыуып килә ине, тимәк, торорға ваҡыт. Саҡ йомолған күҙҙәрен ауырлыҡ менән асып, ҡатын аяҡтары менән иҙәндәге әрмәкте һәрмәп баҫты ла, ойоған тубыҡтарын ыуғыларға кереште.

Аяҡтары менән ярты йыл этләнә инде ул. Февраль һалҡынында, мунса инеп сыҡҡандан һуң уҡ бер бейәгә ҡолонларға ашығыс ярҙам итергә тура килгәйне. Шунан һуң ауырып китте, аяҡтары шешеп, киҫкәгә әйләнде. Ауылда доктор юҡ, ә ҡалаға барманылар. Үҙен үҙе дауаланы: скипидар һыланы, әнис һыуы эсте, андыҙ төнәтмәһе ыуҙы. Аптыраған көндән ире ҡалдырған аптеканан ветеринария дарыуҙарын да ҡулланып ҡараны. Йәйгә сире үтте булһа кәрәк.

Йыйнаҡ өйө ябай ғына уның: һыланған һәм аҡланған стеналар буйлап таҡта кәштәләр, ҡулдан яһалған өҫтәл-ултырғыстар, эскәмйәләр һәм һике. Элекке байлыҡтан – бирнәлек булған ҙур, ҡалай менән көпләнгән һандыҡ. Стражник ҡыҙы бик бай ғаиләлә үҫте. Ул етеш донъянан стенала эленгән фотоларҙағы күренештәр ҡалған. Ғаилә портретында яратҡан ҡыҙҙары менән батша армияһының данлы офицеры Алексей һәм ҡатыны Марфа. Тормошонан ҡәнәғәт ҡиәфәтле стражник бик тиҙҙән офицер погондары өсөн барыһынан да ваз кисергә тура киләсәген әлегә белмәй. Ата-әсәһе фотоһы эргәһендә берҙән-бер фотола ҡалған ҡыҙҙары – Фенечка менән Зоечка. Улар 1934 йылда бер-бер артлы яҡты донъянан киттеләр. Бик фажиғәле йыл булды ул.

Бер бармаҡтан башланды барыһы ла. Әлтүктең ҡулында сәнсәкәй бармағы шешеп китте, унан тотош ҡулына күсте. Тәне ҡыҙып, карауатҡа йығылды ҡатын. Ауыртыныуға сыҙай алмай, үлем хәленә етте. Ҡаланан саҡыртылған доктор бер ни әйтә алманы, көндәре һанаулы, көтөргә генә ҡала, йәнәһе. Ә ул бер ни менән дә ярҙам итә алмай. Нишләргә белмәй бәргеләнгән Микәй өйгә фотограф саҡырҙы – ҡатыны һәм балаларын иҫтәлеккә төшөрөп ҡалдырырға кәрәк! Балаларының хәтерендә, исмаһам, әсәләренең төҫө ҡалыр! Иртәгәһенә фотограф килеп, хәлһеҙ Әлтүкте һәм ике ҡыҙын обьектив алдына ултыртты. Ә сир үтмәне, ҡатын күҙ алдынди шиңә бара… Ваҡиғаға Әлтүктең атаһы Алексейға ҡыҫылырға тура килде. Ул ауырыу ҡыҙына имсе Маша апаны алып килде. Әлтүккә ҡиәмәтлек әсәй тура килә ине дауасы. Ул сирленең баш осонда ниндәйҙер доғалар уҡыны, әллә ниндәй мәжүси йолалар башҡарҙы, таҙартыу әмәлдәрен үтәне. Ә хушлашҡанда былай тип әйтте:

– Һуңлағанһың һин, ҡоҙа, мине саҡырыуың менән. Әгәр ҡыҙың бөгөн китеп бармаһа, ҡартайғансы йәшәр. Әгәр Хоҙай үҙ янына алырға ниәт итһә, мине кисерегеҙ.

Әлтүк уянмайынса ике тәүлек йоҡланы. Туғандары карауат янында сиратлап һаҡлап ултырҙы. Шул арала бармағындағы шеш һытылып, эрене ағып бөттө. Иҫенә килгәс, ҡатын иң тәүҙә сабый ҡыҙын имеҙергә алды. Һигеҙ айлыҡ Зоенька, туйғансы имгәс, тынысланып йоҡлап китте. Тик иртәгәһенә ул уянманы. Әлтүк ҡыҙының үлемен һаман кисерә алмай. Ҡыҙы уның сирен үҙенә алды, тип һанай ул. Тиҙҙән өлкәне Фенечка ла сирләп китте. Эсе китеп, һигеҙ йәшкә лә етмәй, уныһы ла мәрхүмә булды.

Уйсан йөҙлө ҡыҙҙары төшөрөлгән фотоға ҡарап торҙо ла, Әлтүк һыйыр һауырға сыҡты. Иртәнге йорт мәшәҡәттәренән тиҙ арала арынғас, ул ат һарайына ашыҡты. Һуғыш башланғаны бирле ошонда тир түгә ул. Бында алты йөҙләп ат бар. Ҡатын ҡыҙҙар эшләй – фронт өсөн орлов тоҡомло аттар үрсетәләр. Бракка сығарылғандары эш аты булып китә. Күрше ауылдарҙа йөк аты урынына үгеҙҙәр, хатта һыйырҙар егелә, ә Мәнәүездә еккегә тик аттар файҙаланыла. Аттар ҙа һалам ашай, юртаҡтарға бесән дә эләгә, ә һоло иһә фәҡәт нәҫел айғырҙарына ғына һаҡлана.

Әлтүк ҡолонларға торған быуаҙ бейәләрҙе ҡарап сыҡты. Бөтә тәне ҡутырҙар менән ҡапланған эре кәүҙәле ат янында оҙаҡ уйланып торҙо. Айырып бәйләп ҡуйылған ул, ҡай бер урындары ярылып, ҡанай ҙа башлаған. Бәләкәйҙән ҡолондар менән уйнап үҫкән, аттар араһында өйрөлгән Әлтүккә бик йәл ине был мәхлүк.

– Мин һине ҡотҡарасаҡмын, малҡай, – тип һыйпаны ул Ветрогонды, – елдәрҙе уҙып сабып йөрөйәсәкһең әле урман-ҡырҙар буйлап. Микәй мине өйрәтте ул. Бөтә дауаларҙы беләм.

Ат бөтә яҡлап уны йонсотҡан себендәрҙән ҡотола алмайынса, тотош ҡалтырана ине.

– Матрена, беҙҙең санитар ҡайҙа? – тип һораны Әлтүк әхирәтенән, Ветрогонға йүгән кейҙереп. – Алып ҡайтайым, юҡһа бында башҡаларға йоҡторор. Терентий Иванович уны мотлаҡ терелтергә бойорҙо.

Төнгө сменала дежур булған Матрена Потемкина, ҡырҡ йәштәрҙәге сибек кенә ҡатын, әлеге ваҡытта кәйефһеҙ ине.

– Ниндәй санитар булһын инде ул? Ҡоро исеме генә бар! Һуғышҡа тиклем бисәләрҙе уҡыта торғайны.

– Уҡытҡас, файҙаға инде. Хәреф танымай хәҙер бер ҡайҙа барып булмай. Мине әсәйем мәктәпкә ебәрмәне. Дементиха әбей һымаҡ булырһың, тип көлә торғайны. Ә ул китап уҡып тик ултырған, имеш! Киндер иләү, туҡыу урынына!

– Ә был, моғайын, ҡулына скальпель дә тотоп ҡарамағандыр! Хәреф яҙып ултырыу түгел инде. Бына һин, әйтәйек, бөтөнләй икенсе! Беҙҙең яратҡан бейәбеҙ Керчанканы ҡорсаңғынан дауаланың. Уны менеп йөрөргә яратам, – Матренаның йөҙө яҡтырып китте. – Керчанканың арҡаһы йомшаҡ, тояҡтары ҡыҫҡа. Еңел йөрөй, һикертмәй.

– Башҡорт тоҡомло бит ул, беҙ – бисәләр өсөн яратылған.

– Үҙемдең Росинка менән йонсоном мин. Бигерәк холоҡһоҙ. Эйәрһеҙ йөрөп, осам ҡалманы инде. Әһә, ана беҙҙең доктор ҙа туйтаңлай, – Матрена таяҡҡа таянып һикерәңләгән ветеринарға күрһәтте.

– Йәгеҙ, йылҡысылыҡ фронтында хәлдәр нисек? – шәп атлауҙан тирләп төшкән Михаил ауыр һулап, маңлай тирен һөрттө.

– Барыһы ла тәртиптә! Бына Ветрогонға ғына әллә ниндәй афәт төшкән. Бахырҙы хатта газ камераһында ла тотоп ҡараныҡ, барыбер файҙаһы юҡ. Ҡутырлап бөттө. Фронтҡа түгел, колхоз эшенә лә ярамай.

– Эйе, бындай сир менән еккегә бармай ул. Һыу ташырға ла эшкенмәй.

– Минең ихатала станок ҡорорға ине. Микәй шулайта торғайны.

– Эшләрбеҙ! – тип бармаҡтарын кепкаһына килтерҙе санитар.

Кискә станок әҙер булды. Кескәй Эля ағас аяҡтарында һикерәңләп йөрөгән бабайға аптырап ҡарап торҙо. Ул ныҡ ҡысыныуҙан түҙә алмай тулаған ҙур атты тар ғына кәртәләр араһына индерә алмай ыҙалана. Артҡы тояҡтарын бағаналарға нығытып бәйләп ҡуйырға кәрәк. Был арала әсәһе биҙрәлә ниндәйҙер еҫле шыйыҡсаны болғай. Ат ялынан бумала бәйләй. Ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай биҙрәгә килеп, дарыу тигән шыйыҡсаны еҫкәп ҡараны. Фу! Һаҫыҡ еҫтән уның күҙҙәренән йәш бәрҙе, танауынан маңҡа китте.

– Һаҫыҡ!

– Креолин.

– Әсәй, мин Христинканы саҡырам, ул да күрһен! – Эля әхирәте артынан сапты. Әлтүк бумала менән яраларҙы ипләп кенә һөрттө.

– Түҙ, бахырҡай, тиҙҙән тағы матурланып китерһең. Күрһәтербеҙ әле. Көш, ҡәһәр һуҡҡырҙары! – ул ат тирәләй өйөрөлгән эре йәшел себендәрҙе әрләне. Яралар ҡанай, ат ыңғырашып кешнәй, тулай, тик бәйҙәр һәм ныҡлы станок һайғауҙары уға әллә ни сыпраңларға бирмәй. Еля менән Христинка эргәлә өйөрөлөп, был яфаларға ҡурҡып һәм йәлләп ҡарай. Әммә әкренләп булһа ла ҡырҡыу еҫле дарыу үҙ эшен башҡара: ҡысытыу бөтә, себендәр юҡҡа сыға. Санитар Михаил Никанорыч эргәлә һағайып ҡына баҫып тора.

– Ай-һай, ҡалай тулай! Станокты емереп ҡуймаһын!

– Хәҙер тынысланыр. Ысыҡындырып, һарайға, һалҡынса урынға бәйләрбеҙ.

Әлтүк Ветрогонды ике аҙна дауаланы. Төндәрен ҡаса-боҫа ғына болонға барып йәшел үлән сабып алып ҡайтты. Ҡараңғы булһа ла, был ваҡытта дозорға эләкмәҫеңә ышаныс бар. Ҡыуанысы ҙур ине ҡатындың: әлегә хөрт булһа ла, ат бит әле, үҙеңдеке! Хәҙер уны егеп бесән дә, утын да ташырға мөмкин.

Яҙмыш ҡыҙыҡ ҡына инде: әле бына ул колхоз атын ҡорсаңғынан дауалай, ә ҡасандыр ошо колхоз уларҙың шәп атын тартып алғайны. Атҡа ҡуша тимерләнгән тәгәрмәсле арба ла китте. Ә ул тәгәрмәс ҡоршауҙары, ай-һай, ҡиммәткә төшкәйне. Стражниктың ҡыҙы ул саҡта баш китерлек нәмә эшләне: ул иренә әсәһенән мираҫҡа ҡалған биҙәүестәрҙе һатырға тәҡдим итте. Улары Марфаға һуғышсан әсәһе Анфисанан ҡалғайны. Зиннәттәрҙең һәр ҡайһыһына икешәр һыйыр килер ине. Үтә йәл ине был байлыҡты һатыу. Тик Әлтүк шул тиклем атаһы алдында иренең абруйы күтәрелеүен теләне, шуның өсөн бар байлығын бирергә риза ине! Күрһен әйҙә: уның кейәүе эшкинмәгән түгел! Хатта тәгәрмәс ҡоршауҙары ла тимерҙән уның!

Ҡиммәтле хушпуны башына кейеп, муйынына түшелдерек тағып, көҙгө алдына баҫты ҡатын.

– Был биҙәүестәрҙе Анфиса өләсәйем үҙе тағып йөрөгән, – тине ул, тығылған күҙ йәштәрен көскә тыйып.

– Матурҡайым минең! – тип ҡатынын ҡосаҡланы Микәй. – Аяҡҡа баҫҡас, һиңә яңыларын алырбыҙ, йәме.

Әлтүк уның ҡосағынан саҡ ҡотолоп, теләр-теләмәҫ кенә биҙәүестәрҙе һалды. Хушлашҡан һымаҡ, көмөш тәңкәләр моңһоу сыңланы, ул сың ҡатындың йөрәгендә ауыр ауаз булып яңғыраны. Нишләйһең, биҙәүесһеҙ ҡатын-ҡыҙ япраҡһыҙ ҡайын менән бер инде ул.

Килгән аҡсаға улар яңы арба тәгәрмәстәре өсөн тимер ҡоршауҙар алды. Шул тиклем ҡыуанғайнылар! Шул тиклем аяҡҡа баҫҡылары, күтәрелгеләре килә ине. Микәй ныҡ тырышты, ҡайныһының уның тураһында дөрөҫ уйҙа булмауын иҫбатларға ниәте ҙур ине уның. Ләкин заманалар алмашынды...

Утыҙынсы йылдың декабрендә утыҙ иң ярлы хужалыҡ “Яңы юл” тигән колхозға берләште. Тимофеев та, биш һум иғәнә ҡушып, егерме һум пай взносы индереп, шунда керҙе. “Елгә ҡаршы төкөрөү мөмкин түгел!” – тип аҡланы ул был аҙымын. Яҙ бөтөнләй өмөттәрҙе өҙҙө: уларҙың бөтә орлоғон тартып алдылар, “артыҡ” тип табылған ризыҡтарын колхоздыҡы иттеләр. Һабандар, тимер тырмалар, сәскестәр, молотилка, жнейка, арбалар, ҡамыт, эйәр-өпсөн – бөтә мөлкәт дөйөм булып китте. Ә сәсеү еткәс иһә урта хәлле крәҫтиәндәрҙе бөтөнләй ергә бөктөләр: барлыҡ малды ла дөйөм ҡураға ҡыуҙылар. Колхозник яп-яланғас тороп ҡалды.

Продолжение

начало романа