Дорогие читатели, данная глава - это перевод второй главы "Стражник 1936 год" на башкирский язык. Я публикую ее по просьбе моих башкирских друзей. Чтобы вам не стало совсем скучно, я добавила в главу фото пейзажей Башкирии. Приятного всем просмотра. Кому очень интересно, может прочитать перевод на русском языке можно здесь.
Перевод выполнил Дамир Шарафутдинов
Яңы тормошҡа ҡарттар бер ҡат кейемдә сығып киттеләр. Ҡыҙҙарына һүҙ теймәһен өсөн, улар яңы власть менән араны боҙмаҫҡа тырышты. Алтмыш алты йәшлек Алексей Данилов менән уның етмеш йәшлек ҡатыны Марфа, күрше Светловка ауылына барып, ҡасҡалаҡ улдары Савелийҙың мунсаһында йәшәй башланы.
Оҙон йоҡоһоҙ төндәрен стражник бөтә тормошон хәтеренән үткәрер булды. Һалам түшәктә әйләнә-тулғана, ул үҙҙәрен мәсхәрәләп ҡыуып сығарған март көнөн әллә нисә тапҡыр күҙ алдына баҫтырҙы. Ул һаҡ ҡына тороп, мунсаның кескәй тәҙрәһе янына ултырып, һалҡын ай нурына күмелгән ҡарлы ихатаны күҙәтә. Яңы тәртиптәрҙе ҡабул итеп, улар менән һис килешә алмай ине Алексей. Йәне көйөп, Марфаға һөйләнде:
– Ошо хәлгә тиклем йәшәрмен тип уйламағайным! Ялҡауҙар етәксе булып китте. Ас тамаҡтар хәҙер – герой! Әйт әле, Марфа, әллә мин Хоҙай ҡанундарын боҙоп йәшәнемме? Әллә кеше закондарын тотманыммы? Урлашманым мин! Үлтермәнем дә! Һатманым! Бил яҙмай эшләнем, ә был әтрәгәләмдәр мине кулакка сығарҙы. Улыбыҙға тотош һунар астылар. Халыҡ дошманы яһанылар!
– Кешеме ни улар? Акулинабыҙҙы балалары менән урамға ҡыуып сығарҙылар бит! Ауырлы тип тә ҡарап торманылар! – тип килеште бойоҡ Марфа. Башынан үткәндәрҙән һуң ул бөтөнләй йәшәү көсөнән яҙғайны. Кешеләрҙән һыуынып, дөрөҫлөк барлығына ышанысы һүнгән уның. Ярай, Алексей менән уның ғүмере үткән дә, ти. Ә бына Әлтүк менән Савелий? Уларҙың ни ғәйебе бар?
– Барыһына ла Кураков ғәйепле. Намыҫлы кешене хәйерсе итте. Беҙҙең Савелий эштән ҡурҡманы. Үҙ ҡулдары менән ат һарайы төҙөп, тоҡомло арғымаҡтар һатып алды!
– Алай ҙа Микәй колхозға яҙылып өлгөрҙө. Фамилияһын үҙгәртте. Ғаиләһен һаҡлап ҡалды. Был бушбоғаҙҙарҙы алданы ул. Хәҙер уға яҡын килә алмаҫтар.
– Улар минең йортомдо, атымды тартып алырҙар, ләкин намыҫыма һәм ғорурлығыма йоғона алмаҫтар!
Колхоз ҡаҙанындағы бер ҡалаҡ бутҡа хаҡына Алексей Данилов бушбоғаҙ хәйерселәр, эт ялҡауҙары алдында башын эймәҫ! Үлем ҡурҡынысы алдында ла ул был Кураков-Потемкиндар яҡлы булмаясаҡ – улар бит был донъяла ҡулдары менән бер йүнле эш башҡармаған, аҡылһыҙ баштарына бер ниндәй уй килмәгән! Тамаҡ ярып ҡысҡырырға ғына һәләтлеләр! Һәй, ул бит был яңы ырғандаҡтарҙың төшөнә лә инмәгән аҡсалар менән эш итте, ниндәй ҙур эштәр башҡарҙы! Бай йәшәнеләр, һүҙ юҡ. Келәттәре игендән һығылып торҙо. Арандары тулы йылҡы малы. Өсәрләп егелгән орлов юртаҡтары менән генә йөрөнө. Ырымбур өйәҙе стражнигы Даниловта сауҙагәрлек барымы көслө ине: ул бойҙай орлоғо һәм юғары сифатлы он менән сауҙа итте. Уның өсөн бойҙайҙы Ырымбурҙа сәсеп үҫтерҙеләр, сөнки бында, Башҡортостанда, арыш ҡына яҡшы уңа торғайны. Иртә яҙҙа стражник орлоҡ бойҙайын Ырымбурға алып барып, унда сәстереп үҫтереп ала, хеҙмәтселәренә яҡшы түләй. Ондо ул Бәләбәйҙә һатты. Өйөнә ҡиммәтле тауарҙар ташыны. Марфушкаһы бындай көндәрҙә тәмле ҡаластар бешерҙе. Оҙон кистәрҙә туҡып-сигеп ултырмаһа ла, ҡатынын яратты Алексей: ул ире юҡта бөтә хужалыҡ эштәрен бер үҙе алып бара, балаларҙы ла ҡарай, ер һөрә, сәсә һәм ура. Һәр эште еренә еткереп эшләй белә. Бер тапҡыр Марфа көлтәләр ташый ине. Парлап егелгән аттар өркөп сабып китә һәм рыдуан арбаһын ватып ҡуя. Ҡатын төнө буйы арбаны йүнәтеү менән булыша. Таңға арба әҙер була һәм эш дауам итә!..
Ҡайһы бер көндәрҙә стражник кинәнесле хәтирәләргә лә сума. Күркәм унтер-офицер Алексей Данилов, ун биш йыл хеҙмәт итеп, яңы ғына батша армияһынан ҡайтып төшкән. Троицала ул беренсе тапҡыр Марфушаны күрҙе: ҡыҙ ат сабыштарында ҡатнашып, алдағылар сафында килде. Таныш түгел сибәр тап уның янында атынан оҫта ғына итеп һикереп төштө. Ҡалын толомло һылыу егеткә ҡарап йылмайҙы. Оҙон буйлы, ҡалын мыйыҡлы, күкрәге Георгий тәреләре менән тулы офицер Марфаға күреү менән оҡшағайны.
Өйәҙ полицияһының рядовойҙары стражник тип аталған. Полиция хеҙмәткәре 25 йәштән дә кәм түгел, күркәм ҡиәфәтле, көслө, көр тауышлы, 171 сантиметрҙан бейегерәк кәүҙәле була. Әрме хеҙмәтендә запаста тороп, тәртипле холоҡло булып, ике айға тиклем әҙерлек хеҙмәте үтергә тейеш. Йәйен стражниктар асыҡ төҫтәге кеҫәһеҙ гимнастерка кейгән, билен яҫы ҡайыш менән быуған, кавалеристарҙыҡы һымаҡ тар салбар, шпоралы бейек күн итектә булған. Ҡыш көндәре буҫтау гимнастеркала йөрөгән. Городовойҙар һымаҡ шашка менән ҡоралланған, ҡара кобуралы наган таҡҡан. Драгун винтовкаһы һәм карабин менән дә ҡоралланғандар.
Алексей шунда уҡ Ҡушйылғаға яусылар ебәрҙе. Марфаның әсәһе Анфиса был яҡтарҙа даны сыҡҡан ҡатын ине. Халыҡ күп йәшәгән ауылда сәсеүлектәр етешмәй, ә күрше Мәнәүездә ер артығы менән. Һуғышсан һәм тиҫкәре холоҡло Анфиса сәсеү майҙандарын улар иҫәбенә киңәйтергә ҡарар итте. Бирмәһәләр – тартып алырға! Ҡыйыу ҡатын ауылдан иң тәүәккәл ирҙәрҙе йыйып алды һәм уларҙы Мәнәүезгә алып китте. Ике яҡ крәҫтиәндәре араһында һуғыш ҡыҙыу булды, тик ҡушйылғалар ойошҡаныраҡ ине һәм, иң мөһиме, уларҙың һөжүме көтмәгәндә килеп сыҡты. Һөҙөмтәлә “атаман” күршеләрҙең байтаҡ ер майҙанын яулай алды. Халыҡта Анфисаға “Чянук карчык” (Тартҡыс әбей – сыуашса) тигән ҡушамат тағылды. Ошо ҡушаматы аҙаҡ Чиникова тигән фамилияға әйләнде.
Революциянан һуң Алексей Даниловты, яҙыу таныған кеше булараҡ, уполномоченный итеп тәғәйенләнеләр. Бөтә Бишбүләк биләмәһе уның ҡарамағында ине. Ул Слакбаш, Ҡайраҡлы ауылдарына йөрөп, ундағы ирҙәре һуғышта һәләк булған тол ҡатындарға пенсия таратты. Ярлыларға ярҙам итә торғайны Алексей, тик яңы власть әһелдәре уның үҙенең өҫтөнән хөкөм сығарып ҡуйҙы. Егерме һигеҙенсе йылда ул раскулачиваниеға эләкте. Һайлау хоҡуғынан мәхрүм иттеләр, һыйырҙарын, аттарын тартып алдылар. Өйө, бер һыйыр менән аты, бер ҡураһы ғына ҡалды.
Ә утыҙынсы йылдарҙа кулактарға тағы ҡаныҡтылар. 1932 йылдың көҙөндә уның улы Савелий ҙа Себергә һөрөлөргә тейешлеләр исемлегенә эләкте. Ике туған ағаһына ялыуҙы Илюка Даниловтың ҡыҙы Улька яҙған булып сыҡты. Илюка 1921 аслыҡ йылында туңып үлгәс, Алексей уны ҡыҙлыҡҡа алғайны. Даниловтар ғаиләһендә ул бер туған хәлендә йәшәне, тик уның күрһәтеүҙәре ағаһын себергә һөрөр өсөн ҡарар сығарырға етте.
Савелий 1928 йылға тиклем ямщик хеҙмәтендә булды, Аксаковтан Бәләбәйгә пассажирҙар ташыны. Ям аттары уның йортонда эш аттарынан айырым аҫырала. Юлға сығыр өсөн ул аттарҙы бик ентекләп һайлай: парҙа тик бер төҫтәгеләр генә була, дуғаларға ҡыңғырау таға, таҫмалар менән биҙәй…Ат сабыштарында Савелийҙың аттарына етеүселәр булманы: оҫта һыбайлы бәйгегә сығасаҡ һәр аттың холҡон белеп, уларҙы еңел уҙа торғайны.
Ҡушйылғанан суд ҡарарын башҡарыусылар Савелийҙы ҡулға алырға тура өйөнә, Светловкаға килделәр. Был ваҡытта Акулина, уның ҡатыны, икмәк һалып тора ине. Буласаҡ әсир, ҡулдары менән эсен ыуғылап, бәҙрәфкә барып килергә рөхсәт һораны:
– Йомошто йомошларға ине, оҙон юл алдынан, ә? Эсемде бора ниңәлер…
– Бар, йәһәт бул! – Башҡарыусы Матвей Данилов мылтыҡ тотоп ҡарауылға баҫты. Ул арестанттың эш башҡарғанын бик оҙаҡ көттө, ә ул һаман сыҡманы. Ниҙер һиҙенеп, ул бәҙрәфкә йүгерҙе, ә унда буш! Матвей өйгә сабып инеп, яр һалды:
– Ҡасҡан, сусҡа!
– Ҡаса алмаҫ!
Ауыл активистары ҡасҡындың эҙенән төштө. Савелийҙың йорто йәш нараттар ултыртылған ыҙандар менән уратылғайны. Һыбайлылар әйләнә-тирәне өс тапҡыр һөҙөп айҡап сыҡты, тик енәйәтсенең эҙен таба алманылар.
Ә Савелий, Матвей уны һарай артына алып сыҡҡас та, артҡы тәҙрәнән сыҡты ла, ағас үҫентеләре араһына инеп китте. Ундағы ыҙандар матурлап һөрөп йомшартылғайны. Уның башына хәтәр уй килде: ер аҫтына йәшеренергә! Өҫкө ҡамылды күтәреп, тупраҡта соҡор ҡаҙҙы ла, шунда инеп йөҙтүбән һуҙылып ятты. Кәҫтәр менән күмелеп, яҙмышын осраҡ ҡулына тапшырҙы. Ҡасаҡ шунда көнө буйы ятты. Эҙәрләүселәрҙең ҡысҡырышҡаны, ат тояҡтары тауыштары ишетелеп торҙо. Аттар, хужаларының еҫен тойоп, кешнәште, ләкин кис менән эҙләү тамамланды. Ҡараңы төшкәс, Савелий тыуған Светловкаһын ташлап китте. Берекалға тигән татар ауылына барып, атаһының белеше Әхтәм ағайға инде.
– Мин ҡасып йөрөйөм. Себергә ебәрергә итәләр. Йәшер мине, һиңә шик төшмәҫ, – Савелий татарса белә ине. Хужаның, әлбиттә, кулактарҙы яҡлаусылар исемлегенә эләгеү хәүефе лә бар ине, шулай ҙа дуҫының улын һалам эҫкертенә күмеп ҡуйҙы, Алексейгә хәбәр ебәрҙе. Акулина килеп, кейем-һалым һәм аҡса ҡалдырып китте, төндәрен ашарға ташыны. Ә Әхтәм Савелийға яңы документтар юлланы. Ҡағыҙҙарҙа тыуған йылын 1902-нән 1914 йылға үҙгәрттеләр, атаһының исеме лә алмаштырылды. Хәҙер инде ул Савелий Тимофеевич Данилов булып китте. Бер аҙнанан Акулина ирен Глуховская станцияһына алып барып, поезға ултыртты.
Ҡасҡын ир Өфөгә килеп, күмәк халыҡ араһында буталды. Микәй менән бәйләнеште өҙмәне ул. Уныһы эш буйынса Өфөгә йыш килә торғайны. Һуңғы тапҡыр йәшерен фатирға килеп, ишеккә шаҡығас, таныш булмаған ҡатын асты. Һөйләшкән тауышты ишетеп килеп сыҡҡан ҡайнағаһы кейәүен ҡосаҡлап алды. Туғандарын тағы ла берәй күрә алырына өмөтөн өҙгән ир күҙ йәштәрен тыя алмай иланы. Өҙлөкһөҙ улдары, тыуғас үҙе күреп тә өлгөрмәгән ҡыҙы тураһында һорашты.
– Акулина нисек унда?
– Хоҙай араланы, йөклө ҡатыныңа теймәнеләр. Һин борсолма, мин уны ярҙамһыҙ ҡалдырмам. Улдарыңа ла ярҙам итербеҙ.
– Кемем тыуған?
– Ҡыҙыҡай. Дарья тип ҡуштылар. Теремек кенә былай.
– Кемгә оҡшаған?
– Һинең һеңлең Әлтүккә.
– Ҡатыныма бәйләнмәйҙәрме?
– Акулина балалары менән Андриановкаға китте. Унда ҡулдары етмәҫ. Кураков бәйләнеп бер була ине. Ағас ҡырҡырға ебәреү менән ҡурҡытты, балаларын детдомға оҙатырға теләне…
– Бына минең яҙмыш: кешеләрҙән йәшеренеп, енәйәтсе хәлендә ҡасып йөрөргә. Шул тиклем кемдең юлын ҡыйҙым икән?
– Порфиша Волковты ла раскулачивать иттеләр. Тотош ғаиләһен Белоретҡа оҙаттылар.
– Минең ҡарттар ни хәлдә унда?
– Әкренләп. Ә хаҡлыҡ, Савелий, барыбер өҫтөн сығасаҡ! Ауылда кем һатлыҡ икәне, намыҫлы кешеләрҙе әжәлгә оҙатып ятыуы асыҡланыр берәй ҡасан!
Ирҙәр төнө буйы һөйләшеп сыҡты. Хушлашҡанда Савелий ҡатынына һәм ҡыҙы Дарьяға тип ике яулыҡ тотторҙо. Ун бишәр һум аҡса ла бирҙе. Өйөнә юл күптән өҙөлгәйне инде уның – халыҡ дошманы. Уларға бер генә юл: Себергә. Лагерҙар, шахталар, рудниктар… Савелий менән Микәй мәңгелеккә ошонда айырылыштылар. Савелий Өфөнән Ленинградҡа китеп, патрон заводына эшкә урынлашты.
Уның атаһы Алексей Данилов яңы власть менән барыбер килешә алманы. Колхозға инмәне. Үҙенә йорт һалып инде, һыйыр, һарыҡтар һатып алды. Ҡайҙа етте шунда бесән әҙерләп, ҡышҡылыҡ утын йыйып, яңғыҙаҡ булып йәшәү яйын тапты. Нисек кенә баҫырға тырышмаһындар, стражник яңы хужалар алдында башын эймәне.
начало здесь
Начало книги "Цвета холодных лет" можно читать здесь
Бумажные книги можно заказать по почте kabelikivi@yandex.ru.
Также предлагаю вашему вниманию книгу, которая никого не оставляет равнодушным "Поленька или Христова невеста".
Всем спасибо, всем солнца и радости.