Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты һеҙҙең өсөн 10 февральда Өфөлә эшләйәсәк «Асыҡ лаборатория 2018» акцияһының “лаборатория” адрестарын, лекторҙарын һәм лекция темаларын йыйып тәҡдим итә.
"Асыҡ Лаборатория" – фәнни, ғилми әүҙемлекте арттырыу, йәштәрҙең фәнгә ынтылыуҙы көсәйтеүгә йүнәлгән халыҡ-ара акция. Рәсәйҙән тыш ул тағы донъяның егерме илендә үтәсәк.
Ҡатнашыусылар бер сәғәт ярым ваҡытта — 12:00-дан 13:30-ға тиклем — лаборатория эштәренә сумасаҡ. Өфөлә һигеҙ лаборатория майҙаны ойошторола — уларҙың адрестары мәҡәләлә бирелгән. Шулай уҡ үҙҙәре килә алмаған, йәки Өфө ситендә йәшәгән фән-ғилем менән ҡыҙыҡһыусылар проекттың рәсми сайтында мөмкинлектәрен онлайн һынап ҡарай алалар http://www.openlaba.com/online
Өфөләге лабораториялар:
1. БР фәндәр академияһы, БР Стратегик тикшеренеү институты
БР Фәндәр академияһы, Киров урамы, 15, 1-се ҡат, 102-се кабинет.
Завлаб: БР Стратегик тикшеренеү институтының Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге етәксеһе техник фәндәр кандидаты Денис Попов. “Цифра балаһы” һәм “Цифра мәғәриф” форсайттарының модераторы беҙгә «Цифралы киләсәгебеҙ» тураһында һөйләр һәм һорауҙарға яуап бирер.
https://openlab.timepad.ru/event/650757/
2. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең биохимия һәм генетика институты
Октябрь проспекты 71, РФА Өфө ФТҮ корпусы, 2-се ҡат.
Завлаб: ғалим-генетик, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең биохимия һәм генетика институты мөдире, профессор, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының академигы, биология фәндәре докторы Эльза Хуснутдинова. Фәнни популяр лекция «ГМО-ҡурҡытыуҙары», генетик лабораторияла экскурсия.
https://openlab.timepad.ru/event/650698/
3. Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты
Зәки Ввәлиди урамы, 32, БДУ, 3-сө ҡат, биология факультеты
Завлаб: Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты деканы, биология фәндәре докторы, профессор, РФ юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Сергей Башкатов. Фәнни-популяр лекция менән зоология музейында эксперимент көтә: нейрондарҙың электр әүҙемлеген күҙәтеп булыр.
https://openlab.timepad.ru/event/650738/
4. «ЛидерЭко» экология-биология үҙәге
Блюхер урамы, 13, икенсе ҡат, тамаша залы.
Завлаб: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ тәбиғәт һәм география факультеты деканы, биология фәндәре докторы Наталья Суханова. Фәнни-популяр лекция темаһы: «Фильтрланған һыу тураһында миф һәм ысынбарлыҡтар», факультеттың музейына экскурсия.
https://openlab.timepad.ru/event/650774/
5. Республика балалар белем биреү технопаркы «Политех»
Кирзавод урамы ⅓, 24-се мәктәптең тамаша залы.
Завлаб: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның информатика кафедраһы мөдире, техник фәндәр докторы Рәил Сәйетов.
https://openlab.timepad.ru/event/650790/
6. «Эколог» балалар экология-биология үҙәге
Комсомол урамы, 79 “Эколог” экология– биология үҙәге
Завлаб: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның педагогика һәм психология кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Нина Набиуллина. «Уңышлы лидерлыҡ һәм команда булдырыу» тренингы, «Ҡала мөхитенең экологик проблемалары» дискуссияһы.
https://openlab.timepad.ru/event/650822/
7. Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура-төҙөлөш институты
Менделеев урамы, 195, Архитектура-төҙөлөш институтының 6-сы корпусы, 2-се ҡат.
Завлаб: Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһының эксперт-консультатив советы ағзаһы техник фәндәр кандидаты Константин Важдаев. Лекция "Энергияны тотороҡло тотоноуҙың һөҙөмтәлелеге".
https://openlab.timepad.ru/event/650839/
8. Башҡорт дәүләт медицина университеты
Театр урамы 2/1, 10-сы корпус, 3-сө ҡат, тамаша залы.
Завлаб: Факультет хирургияһы кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор, БДМУның ғилми етәксеһе Мәхмүт Тимербулатов.
https://openlab.timepad.ru/event/650864/
#OpenLab #OpenLabUfa #OpenLabScienceQuest #Лаба2018 #Открытаялабораторная #Фән #Лаба2018