Беҙҙең Баймак - Зилаир яҡтың туй йолалары.
Йылайыр районында боронғо туй йолалары элеккесә һаҡланып ҡалған. Шул йолаларҙы үтәгәнгә лә туйҙар матур, күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ булып үтәлер.
Иң беренсе егет яғынан һоратыусылар килә.Уларҙы төп йортта өҫтәл әҙерләп ҡунаҡ итәләр. Бер нисә өйҙә ҡунаҡ итәләр. Бүләктәр, күстәнәстәр бирелә.
Әйттереү. Никах йәки бата уҡытыу.
Егет ата - әсәһе, тыуғандары бер нисә пар (нисек һөйләшәләр ), кейәүеңгәре егет менән ҡыҙ йортона киләләр. Батаны өйҙә йәки мәсеттә уҡытырға мөмкин.
Егет яғы батмусҡа аҡса 10меңдән дә кәм түгел ,буласаҡ киленгә алтын алҡа, төп ҡоҙа ҡоҙағыйға күлдәк, шулай уҡ бер туғандарына бүләктәр һала. Ҡыҙҙың әсәһе лә ҡоҙаларына, кейәүенә бүләктәр бирә .
Никах уҡылғандан һуң аш һыу мәжлесе дауам итә.
Ҡыҙҙы йәшереү.
Ҡыҙ йәшереү миңә иң оҡшаған йолаларҙың береһе. Һәр бер еңгәй иҫләйҙер үҙенең бикәсен йәшергән мәлдәрҙе.
Ҡыҙҙы бер еңгәһе үҙ өйөндә йәшерә. Икенсе еңгәй кейәү, йәштәр менән бергәләп эҙләшергә сыға. Гармун уйнап ,йырлап ,бейеп, уйын көлкө менән ҡыҙ эҙләгән минуттарҙы кемдәр генә һағынып иҫләмәй икән? Төн уртаһында бер нисә өйгә инеп(алдан һөйләшелгән) ҡыҙҙы таптырып сығаһың. Шунан гына йәшергән өйгә алып бараһың. Унда инде иң ҡыҙығы башлана. Ишек эстән эленгән була. Тыштағылар ишекте асыуҙы һорай, эстәгеләр хаҡ ҡуя. Еңгәйҙәргә бүләктәр, аҡса (кейәүҙең хәленә ,сумартлығына ҡарап) бирелгәс кенә ишек асыла.
Ҡыҙҙы ҡушыу.
Эҙләп тапҡандан һуң өсөнсө еңгәй үҙ өйөндә кейәү менән кәләште ҡуша. Хәҙер киттек ҡушҡан өйгә. Ҡыҙҙы алдан индерәләр. Ишектең ике яғында ике еңгәй йыртыш тауарын тотоп торалар. Кейәү егете шул йыртышты аяғы менән йырта баҫып инергә тейеш. Кейәүҙе индереп ишекте тыштан бикләнек. Еңгәләргә бүләктәр тапшырылды. Бөтәһе лә йоҡларға таралды.Иртәнсәк еңгәй кеше килеп ишекте аса, йәштәргә сәй эсереп төп мәжлес барған өйгә алып бара.
Туйҙан алда егет йортона ҡыҙ яғынан ике пар саҡырыусы булып бара.Уларҙы ҡунаҡ итеп алдан һөйләшелгән туй һарығын биреп ҡайтаралар. Инде туйҙы көтөргә генә ҡалды.
Туй - Свадьба обычии народов Башкир.
18 ноября 201818 ноя 2018
137
1 мин