7 часов назад
"Урал" гәзите
13
подписчиков
Белорет район һәм ҡалаһы яңылыҡтары
🐴Был турала беләһегеҙме
? Аҙау айғыр - 7 йәштән үткән, Аҫау айғыр-өйрәтелмәгән айғыр, Ярау ат - өйрәтелгән ат, Яйҙаҡ ат - эйәрһеҙ ат, Ҡушаҡлы ат - пар ат, Алаша ат - йонсоу ат, Арғымаҡ - йүгерек ат, яҡшы тоҡомло, Оҙон тороҡло ат - оҙон кәүҙәле ат, Дөлдөл - әкиәти ҡанатлы ат...
🕌ХӘЙЕРЛЕ КӨН, ДУҪТАР
! Йомала саҙаҡа бирһәң йәиһә изге эш ҡылһаң, башҡа көндәргә ҡарағанда сауабы ла күберәк була. Донъяларыбыҙ имен булһын, йорттарыбыҙға ҡот-бәрәкәт инһен, күңелдәребеҙ иман нурына ҡойонһон! Йоманың бер мәлеендә теләгән теләктәр ҡабул була...
Әгәр һин петарда йәки салют тапһаң, уларҙы алма
Улар көтмәгәндә шартлап, йәрәхәт алыуың бар.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, данлыҡлы бейеүсе, яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов йыл да йорт алдын
матур һындар менән биҙәй, ҡарҙан йыл хужаларын эшләй. Быйыл уның ихатаһын бына ошондай толпар биҙәй. Матурмы? Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тип юҡҡа әйтелмәгән, эйеме?
Хәйерле иртә, "Урал" дуҫтары
! Бөгөн Иҙел башында -8,-11 градус һалҡын, болотло. ❄️Һеҙҙә һауа торошо нисек? Гөлнара Кәбирова фотоһы.
«Универ» сериалы йондоҙо, актер Станислав Ярушин ялын Башҡортостанда үткәрә
Билдәле актер һәм алып барыусы Яңы йыл каникулын Белоретта үткәрергә, тауҙа саңғы шыуырға ҡарар иткән. «Йылы, күңелгә яҡын урын. Бында тыныс, һил донъя. Нәҡ ошондай мәлдәрҙә тормошто тәрәнерәк аңлайһың», — тип тәьҫораттары менән бүлешә ул...
📌Яңы йыл каникулдары дауам итә
Балаларға иғтибарлы булығыҙ!
Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде
Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма бер нисә көн ғәмәлдә була. Бөгөн спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 8-ҙән 5-кә тиклем алырға мөмкин. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа һатып алыу ваҡыты сәғәт 10-дан 5-кә тиклем билдәләнгән...
🐎 Ат ҡәҙерен атлы белмәҫ, аш ҡәҙерен ашлы белмәҫ
🐎 Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ. 🐎 Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан. 🐎 Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ. 🐎 Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло. 🐎 Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән. 🐎 Менгән атың аҡбуҙ булһын, һѳйгән йәрең йәш ҡыҙ булһын. 🐎 Абынмаҫ ат булмаҫ. 🐎 Азамат ирҙең билдәһе — аҙ һѳйләр ҙә күп тыңлар, арғымаҡ аттың билдәһе — аҙ уртлар ҙа күп юшар. 🐎 Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ. 🐎 Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама. 🐎 Айыу алыр егетте атынан танырҙар, бүре алыр егетте бүркенән танырҙар. 🐎 Аҡыл — теҙген, ҡылыҡ — ат, теҙгенеңде белеп тарт...