Робот-охранник.
Робот-охранник..... Юмористика. Элекке заманда мәктәптә, балалар баҡсаһында, театрҙа ишек төбөндә вахтерҙар (ҡарауылсылар) ултыралар ине. Күберәген пенсия йәшендәге оло кешеләр, улар шунда эшләгән бар кешеләрҙе үҙ итеп бөткәндәр, һәр ҡайһыһына исемләп, ҙурлап өндәшеп, хәлдәрен белешеп торғандар. Һәр кем үҙенең йәмғиәттә торған урынын, вазифаһы буйынса хөрмәтле булған. Доньялар үҙгәреүе, бөтә илдәрҙә террактар күп булғас, элекке ҡарауылсы, вахтер әбей, бабайҙарҙы хәрби кейемдәге охранниктар алмаштырып бөттө...