367 подписчиков
Өфөләге футбол майҙанында ағзалары күсереп ултыртылған пациенттар менән уларҙы дауалаған табиптар осрашты. Республикала 1996 йылдан алып бөйөр күсереп ултыртыу менән шөғөлләнәләр, ә бауыр һәм йөрәкте күсереү әмәлиәттәре 2013 йылдан башҡарыла. Быйыл ғына ошондай 14 операция үткәрелгән. Бынан 11 йыл элек Вадим Йәнбирҙиндың әсәһе улына икенсе тапҡыр тормош бүләк итте. Табиптар әсәнең бөйөрөн улына күсереп ултыртты. Был ваҡиғанан һуң ғаилә ике тапҡырға ҙурайҙы. Хәҙер Вадим футбол турнирына биш йәшлек улы Арсен һәм ҡыҙы Яна менән йөрөй...