Башҡортостанда Владислав Новицкий иҫтәлегенә бокс турниры башланды
«Октябрьский нефтяник» гәзите хәбәр итеүенсә, турнир Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Ульяновск өлкәләренән 100-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйған. Дүрт көн дауамында спортсылар 20 ауырлыҡ категорияһында көс һынашасаҡ. Владислав Новицкий исеме Октябрьскийҙа бокс тарихы менән бәйле. Ул 2004 йылда ҡала федерацияһын етәкләгән һәм спортсыларҙың киләсәк еңеүҙәренә нигеҙ һалған кеше. Уның етәкселегендә боксёрҙар яңы кимәлгә күтәрелгән. Ә Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән Леонид Костылёв - ҡаланың һәм республиканың ғорурлығы...
Бокс үҫеше үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды
“Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев менән бергә Өфөлә төҙөләсәк Бокс үҫеше үҙәге һәм теннис академияһына нигеҙ ташы һалдыҡ. Ул Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ – майҙаны 12 мең кв.м. Ундайҙар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар. Башҡортостан боксы тарихы йөҙ йыл элек – Николай Соловьев секцияһынан башланған. Халыҡ-ара аренала республикаға тәүге данды ярты быуат элек Валерий Лимасовтың еңеүҙәре килтергән. Бөгөн беҙҙең спортсмендарҙы Рәсәйҙә лә, донъяла ла етди конкурент тип беләләр...