Бәшмәкселәр айыуға осрап, уның менән фотоға төшкән
"Подслушано Аскарово и Абзелиловский район" вк-төркөмө яҙыуынса, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зәйнетдиновтар ғаиләһе үҙҙәре тыуып үҫкән Хәмит ауылына ҡайтып, урманға бәшмәккә барған. Унда уларға айыу осраған. Ҡурҡмайынса, улар ете минут буйы яҡында ғына ашанып йөрөгән тайыштабанды фотоға һәм видеоға төшөргән. Кадр артында "Дауай-дауай, миңә кил", "ҡурҡмай ҙа бит әле" тигән тауыштар ҙа ишетелә. Ир кеше хатта айыу менән фотоға ла төшә. Аҙаҡтан ҡысҡырып, ботаҡтар ташлап, машинаны пипелдәтеп айыуҙы ҡурҡытып ебәрәләр...