Тамыр
С юбилеем тебя, «Тамыр»! 🌐Байрамың менән, «Тамыр»!
Ныҡлы тамырлы зат-нәҫел яҡты киләсәкле, ти халҡыбыҙ. Ошо йәһәттән республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең алдағыһы, ысынлап та, өмөтлө, ышаныслы, сөнки беҙҙең «Тамыр»ыбыҙ бар! Утыҙ йыл элек булдырылған балалар телерадиостудияһы алға барған һайын ҡеүәтләнеп, майҙан киңәйтеп, хәҙер бер нисә йыл инде айырым канал булараҡ төбәгебеҙ халҡын төрлө сағыу, йөкмәткеле, файҙалы тапшырыуҙары, ҙур проекттары менән һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта үҫеп килгән быуынға ҡанат ҡуйып, юғары үрҙәргә күтәрә. Республикабыҙҙағы бар быуын...