Тыуған көнөң менән ҡотлайым, 🫶🫶🫶. Рәхмәт, аҡ айыу, 😇😇😇.
Тыуған көнөң менән, шағирә!
ЯЛАНДА
Яландарға сығып китәм,
Йәйләйем әле йәйҙә.
Еләктәрҙе тирәйем дә,
Үләндәр өҙәм сәйгә.
Бесәндәр ҙә кибә торһон -
Сабып үткән ағайым.
Сәғәт һайын әйләндерһәм,
Елләр әле, моғайын.
Ямғырлы йәй үләндәрҙе
Ик(е)- өс сабырлыҡ иткән.
Салғыларҙың сыңы, ана,
Бакуй! тип йырлап үткән.
Тереклектең һәр бер өнө
Моң булып йәнгә тула.
Сиңерткә лә, эш ҡырғандай,
Йырлап оҙатҡан була.
Бал тәпәне йүкәләр ҙә
Гөжләй умарта һымаҡ.
Ҡарап торһаң, бал ҡорттары
Балды тарата һымаҡ.
Бер мәл генә йәйҙең йәме,
Еләк кеүек йәй үҙе...
Мин хәҙер етем түгел
ЕТЕМЛЕК ( Булған хәл) Матур табын әҙерләп ҡаршы алып ҡыуандырайым ғәзиземде. Юбилей булмаһа, тыуған көн һайын ҡунаҡ саҡырыу ғәҙәтебеҙ юҡ инде. Иң яратҡан ризыҡтарыбыҙҙы бешереп, үҙебеҙ генә ғаилә менән билдәләп үтергә яратабыҙ байрамдарыбыҙҙы. Мин ары – бире эштәрҙе теүәлләгәнсе, киске байрам өҫтәленә бешерергә аш һалып, үткәргестән ит үткәргәнсе һәм башҡа күп төрлө мәшәҡәттәр менән мәж килеп йөрөгәнсе, минең 5 йәшлек ҡыҙым Зәниәне эйәртеп Миләүшә бикәс килеп инде. ”Еңгәй беҙ һылыуым менән туғайға төшөп, тауға менеп йөрөп киләбеҙ йәме?” – тип, төштән һуң икәүләп сығып киткәйнеләр...