ТАТАРСКИЕ песни традиционные НАСТОЯЩИЕ
Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...
Ашарға бешерер алдынан тәһәрәтләнеп алығыҙ. Аш-һыу бүлмәһенә ингәс: «Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим», – тип әйтегеҙ. Әгәр ҙә эшегеҙ ныҡ күп булһа, өлгөрмәйем тип, борсолһағыҙ: «Ләә хәүлә вә ләә куввәтә иллә билләһ», – тип ҡабатлағыҙ. Әҙерләр алдынан, ризығыбыҙ нур менән тулһын, уны тәмләп ҡараусыларҙың иманы нығынһын, изге эштәр башҡарырға илһамландырһын, тип ниәтләп, эшегеҙҙе башлағыҙ. Өйөгөҙгә бәрәкәт инһен өсөн, һатып алған ризыҡтарға «Кәүсәр» менән «Ҡәҙер» сүрәләрен уҡығыҙ. Ашарға бешергән ваҡытта «Нур» сүрәһенең 35-се аятын уҡығыҙ...