"Гөлназдың намыҫы уяныр тип көткәйнем..."
Ошо көндәрҙә селтәрҙә билдәле йырсы Гөлназ Асаева эләккән авария тураһында яңынан тауыш күтәрелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йырсының төркөмө менән авария быйыл ҡыш булды. Уның менән бергә машинала ултырған бейеүсе Дилара Ғилметдинова Гөлназдың ошо ваҡытта бер тапҡыр ҙа хәлен белешмәүе һәм аҡсалата ярҙам итмәүе тураһында яҙҙы. Дилара яҙыуынса, аварияла уның оса башы һөйәге һәм күкрәк ситлеге һынған. Ҡыҙға өс ай буйы дауаханала ятырға тура килгән. Тәүҙә ул Бәләбәйҙә ятҡан, аҙаҡ Ҡазанға күсерелгән, унан һуң Хәрби госпиталдә дауаланған...