Бишек йыры
Хикәйә Эштән ҡайтҡанда Озода трам­вайға ултырманы, кеше мыжғып торған күләгәле урамдан атларға булды. Һауанан яҙҙың хуш еҫтәре аңҡый. Ишек алды ҡоймалары аша аҫылынып төшкән өрөк ағастары сәскәләренән аҡ мамыҡтай таж япраҡтары ҡойола, селтерәп ағыусы арыҡтарҙа күңелле йөҙә. Озоданың бында биш йыл инде булғаны юҡ: урам да, ағастар ҙа, селтерәп ағыусы арыҡтар ҙа – уның күңеле мөхәббәт утында янған, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, йөрәге аҫтында беренсе тапҡыр башҡа тормошто тойған бәхетле мәлдәренең тере хәтере улар...
10 месяцев назад
Шәһит Хамматов кескәй башҡорттарҙы йыйҙы
Интернет селтәрендә “Тел биҫтәһе” тигән проекттың яҙмалары донъя күрә башланы. Унда 10 йәшкә тиклемге 11 бала проект авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматовтың ҡатмарлы һорауҙарына ҡыҙыҡлы һәм тапҡыр яуап ҡайтара. Туған телдә иркен аралашҡан малай һәм ҡыҙҙар республиканың төрлө төбәгенән килгән, ойоштороусылар уларҙы илленән ашыу дәғүәсе араһынан һайлап алған. *** Телде ҡулланыу даирәһе киңәйһен өсөн “Хәҙерге глобалләшеү заманында балаға әсә теленең нескәлектәрен нисек өйрәтергә?” тигән һорау менән проект геройҙарының әсәйҙәренә мөрәжәғәт иттек...