sfd
Китап байрамында Балалар йыйылма хоры сығыш яһаясаҡ
III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың Балалар йыйылма хоры ҙур концерт бирәсәк. «Мәңгелек юлдар» тигән программа, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналып, 1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә форумдың төп сәхнәһендә (Совет майҙаны) күрһәтеләсәк. Балалар йыйылма хоры составына Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Баҡалы, Бөрө, Иглин, Илеш, Белорет райондары балалар музыка мәктәптәренән һәм сәнғәт мәктәптәренән 20 хор коллективы ингән. Йыйылма хор 600-ләп кешенән тора...
Өфөлә башҡорт балаһына ҡайҙа барырға?
Башҡорт теле – заман талабы V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы барышында республика Башлығы, балаларҙы туған телде өйрәнергә мәжбүр итеүҙе туҡтатығыҙ, уның урынына, башҡорт телен кәрәкле итергә һәм модаға индерергә кәрәк, тигәйне. Ысынлап та, һуңғы бер-нисә йыл эсендә Башҡорт теле әүҙем һанлашыу өҫтөндә. Унан ҡала, йәмғиәттә лә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телде популярлаштырыу йәһәтенән бик матур саралар, проекттар тормошҡа ашырыла. Был юҫыҡта “Мөхит” балалар мобиль тирмәһе проектының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ...