1 неделю назад
Ағаһына эйәреп, БПЛА операторы булырға хәл иткән
Өфөләге “Һаҡлаусы”(“Защитник”) үҙәгендә көн дә бер нисә кеше пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре сафына баҫыр алдынан психологик тест үтә. 18 йәш һәм унан өлкәнерәк ир-егеттәр яңы һөнәр үҙләштерер өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә килешеү төҙөй. Улар йәштән үк компьютер технологиялары менән таныш, күбеһе спорт менән шөғөлләнә, эшсе һөнәрҙәргә эйә булғандар ҙа бихисап. Мәләүез районынан килгән 18 йәшлек Сергей “Электрогазета” хәбәрсеһенә дрон операторы булыу теләге нисек барлыҡҡа килгәнен һөйләгән...
1 неделю назад
Юл япмаһын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән полимер композит уйлап сығарылған
Өфөләге вуз-ара кампус резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары “УниБит-1” полимер композитын уйлап сығарған, ул юл битумы сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Өҫтәмә юл материалының төрлө температураға – юғары булһынмы ул, түбәнме – тотороҡлолоғон арттырырға ярҙам итә. Был эш лаборатория һынауҙарын үткән һәм ысынбарлыҡта тикшерелә лә башлаған: яңы композит ҡушылған асфальт-бетон ҡатнашмаһын автомобиль юлының тәжрибә участкаһына һалғандар. “УниБит-1” ҡушылмаһын технология факультетының йәш ғалимдары Руслан Япаев менән Филипп Калмыков эшләгән...