4 недели назад
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!
Салауат районының Мәсетле ауылынан Ирек Мофаззалов йәй һуңында яҙ сәскән картуфтың насар уңыш биреүенә зарланғайны. Һәм һуғанды йыйып алғас, 7-9 августарҙа уның урынына тәжрибә рәүешендә электән ҡалған картуф орлоғон сәсеүен хәбәр итте. 27 августа видео төшөрөп, өс рәт картуфтың бик матур булып үҫеп ултырыуын, бер генә колорадо ҡуңыҙының да булмауын күрһәтте. Ҡырауҙар һәләк итмәһә, октябрь башына икенсегә уңыш йыйып аласағын белдерҙе ул...