4 недели назад
Яңы мәктәптәр төҙөлә, элеккеләре ремонттан һуң яңы төҫ ала
Бөгөн республиканың ҙур ҡалаларында һәм айырыуса баш ҡалабыҙ Өфөлә яңы мәктәптәр төҙөү мәсьәләһе иң көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә тора. Халыҡ һаны артҡандан-арта барған ҡала яны ҡасабаларында, яңы биҫтәләрҙә мәктәп һәм балалар баҡсаһы һәр ваҡыт иң кәрәкле социаль объекттар иҫәбендә. Бөгөн Башҡортостанда шәхси компания менән концессия килешеүе нигеҙендә биш яңы мәктәп төҙөлә. Был осраҡта концессионер булып сығыш яһаған компанияға һалым ташламалары йәһәтенән дәртләндереү саралары ҡарала. Республикалағы белем усаҡтары төҙөлөштәре “ПроШкола” фирмаһы тарафынан алып барыла...