Malka Lorenz (Малка Лоренц)
Малка Лоренц (Malka Lorenz) – российский блогер (ЖЖ, Телеграм, ВК), писательница и журналистка. Статьи, цитаты, посты, рецензии. https://gosuslugi.ru/snet/67adf59a75b36e054e0b2baf
Канал · 114 тыс
Илмир яңы шөғөлгә ҙур дәрт менән тотонған
Ныҡышмал, ихтыяр көслө кешеләр һәр саҡ һоҡланыу, ҡайһы саҡта ғәжәпләнеү тыуҙыра. Шуларҙың береһе Балтас районында йәшәй. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илмир Фәррәхов ҡаты яраланып, аяғын юғалтһа ла, ауырлыҡтарға бирешергә уйламай. Хеҙмәт һөйөүсән, тормошто яратҡан егет фермерлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Социаль селтәрҙә яҡташтары уның был аҙымын хуплап ҡаршы алған һәм уға эшендә уңыштар теләгән. Илмир яңы шөғөлгә ҙур теләк һәм дәрт менән тотонған. Үҙ аҡсаһына МТЗ тракторы һәм башҡа кәрәкле техника ала, бесән әҙерләй, мал-тыуар өсөн аҙыҡ һатып ала...